

Аҡылға ла буйһонмай ул,
Кәңәш алмай Алланан.
Берсә һиҙгер, отҡор булһа,
Ҡайһы саҡ алабарман.
Үҙ һүҙле лә, ярһыу ҙа ул,
Хаталана йыш ҡына.
Хыялына етер өсөн
Әллә ҡайҙа ашҡына.
Мөғжизәгә ышаныусы
Ул бит йөрәк ялҡыны.
Һөйөү, көйөү, нәфрәтләнеү -
Уның йәшәү ҡалҡаны.
Зарина БАҒЫШАЕВА.
Фото: sunhome.ru