

Ел-дауыллап килгән ҡара болот
Күңел ҡояшымды ҡапланы.
Йәшен төҫлө һуңғы һүҙҙәреңдән
Йөрәккәйем тынғы тапманы.
Ниңә беҙҙе яҙмыш осраштырған?
Бер булмағас барыр юлыбыҙ.
Һин алыҫта. Мин дә онотормын.
Берекмәне һөйөү йырыбыҙ.
Мөхәббәттән мөлдөрәмә тулған
Күңелкәйем илай түгелеп.
Сәскә атырға ла өлгөрмәйсә,
Һөйөү гөлө төштө өҙөлөп.
Ю. Әхмәтйәнова.
Фото: takprosto.