

Эй, талпына күңелем.
Хистәремде аңламаһаң,
Нисек кенә түҙермен?
Әлдә хыялдар иле бар,
Осрашабыҙ тик шунда.
Минән бәхетле кеше юҡ,
Һин янымда булғанда.
Саф, ялҡынлы мөхәббәтем
Көтә һинең йылыңды.
Ишетмәйме ни йөрәгең
Минең һөйөү йырымды?
...Түҙәм әле, бәлки, һин дә
Мин тип йән атаһыңдыр,
Һиҙҙермәйсә янып-көйөп,
Өҙөлөп яратаһыңдыр...
Юлдарыбыҙ бер киҫешер
Ваҡыты еткәс, беләм.
Ә әлегә уйҙарымда
Һинең яныңа еләм.
Айгүзәл ЙОСОПОВА.
Әлшәй районы.
Фото: thumbor