+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Һөйгәнемә хат

Ниһайәт, күптән зарығып эҙләгән кешемде таптым! Күпме көттөм, саҡырҙым икән һине? Төштәремдә, хыялдарымда һыныңды күҙ алдыма килтерә алһам да ҡыуана инем. Ә хәҙер һин янымда!

Һөйгәнемә хатҺөйгәнемә хат
Һөйгәнемә хат

Әүәлге буй етмәҫлек йондоҙ эргәмдә генә балҡый. Әхирәттәрем, әллә ни матур ҙа түгел бит, тиһәләр ҙә, быға иғтибар итмәйем. Минең өсөн һинән дә һөйкөмлөрәк, яғымлыраҡ бер кем юҡ. Һин тормошомдо йәмле, мәғәнәле иттең. Һөйөү тулы ҡараштарың әлегәсә төҫһөҙ, күңелһеҙ тойолған донъямды тотош нурға сорнаны.
Һағыштарға кем дә түҙә, бәхеткә түҙеп ҡара, тип йырлана йырҙа. Ысынлап та, ҡайһы саҡ бәхетем йөрәгемдән урғылып, бөтә донъяны күмер төҫлө. Шатлыҡ йәштәремде тыя алмаған саҡта, хыялыймын да инде, тиеп үҙ-үҙемдән көлөп тә ҡуям. Әллә инде, мөхәббәткә иҫереү, тигәндәре ошолай буламы икән?
Һинең киң яурындарың аша миңә бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел кеүек. Сөнки ҡулымдан килмәгән бөтә нәмәне лә һин хәл итә алаһың. Ошоно тойоуҙан иңемдә ҡанаттарым үҫеп сыҡҡан һымаҡ.
Икәү бергә саҡта алға ҡуйған һәр маҡсатҡа ирешеүебеҙгә ышанам. Эйе, эйе, күп хыялдарҙы ысынбарлыҡ итербеҙ әле беҙ!
Был һүҙҙәрҙе һинең күҙҙәреңә ҡарап әйтергә ҡыйыу­лығым етерме икән? Юҡ, баҙнат итә алмаҫмын төҫлө. Башҡорт ҡыҙҙары үтә тыйнаҡ, баҫалҡы була бит ул. Ни өсөн быларҙы һиңә аңлатырға тырышам һуң әле? Былай ҙа барыһын да һиҙеп, үтәләй күреп тораһың да инде, эйеме, һөйгәнем?

Сәләм менән, һинең наҙлы ғына гөлөң, бәхетең НАҘГӨЛ.

Фото: halom.me

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас