

Аңлар кеүек түгел хәлемде.
Яҙмыш һынауҙары кәртә булды,
Һағыш ыҙалата йәнемде.
Минең өсөн, гүйә, күк йөҙөндә
Яҡты ҡояш һүнде, һүрелде.
Һалҡын, ҡара йәштәр алыштырҙы
Осҡон уйнап торған күҙемде.
Наҙға, моңға тулған йөрәгем дә
Бушап ҡалды, типмәй ашҡынып.
Күңелемә һис тынғылыҡ бирмәй
Үкенесле уйҙар ташҡыны...
Түҙә алманым, һин саф хистәремде
Ҡара ергә һалып тапағас.
Өҙөлөп һөйәм, әммә мин ғорурмын,
Таш йөрәклегеңде аңлағас.
АҠЙОНДОҘ.
Фото: schastye.ru