

Сикәм буйлап йәштәр тәгәрләй.
Ҡояш күктән ихлас йылмайһа ла,
Ҡырыҫ кеүек хатта йәмле йәй.
Күңелемдә бушлыҡ, йөрәк әрней.
Инде миңә ниҙәр ҡылырға?
Моңһоулыҡтан нисек ҡотолорға?
Йәшәү көсөн ҡайҙан табырға?
Яңғыҙлыҡтан тамам арыным мин,
Бик һағындым һине, һөйгәнем.
Бейек күктә йөҙгән айға ҡарап,
Серҙәремде сисәм төндәрен...
Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА.
Фото: goodfon.ru