+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Һөйөүебеҙ сәскәһе

Атылда ла йондоҙ атылды,

Һөйөүебеҙ сәскәһеҺөйөүебеҙ сәскәһе
Һөйөүебеҙ сәскәһе

Йөрәк түрҙәремә ҡағылып.

Ә мин осам һинең яныңа,

Уйҙар сылбырына тағылып.

Йәшермәйсә әйтәм серемде:

Һин батырым, минең батырым.

Кем уйлаған матур бер мәлде

Һөйөүебеҙ сәскә атырын.

Шул сәскәнән йыһан нурлана,

Яҡты Ай ҙа уға һоҡлана.

Ә мин яҙам һөйөү нурҙарын,

Төндәрен дә һис тә йоҡламай.

Зарина БАҒЫШЕВА.

Фото: pxhere.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас