

Хыялдарға бирелеп.
Әйтерһең дә, бәүеләмен
Ҡосағыңда илереп.
Хатта серле тауышың да
Ҡолаҡта сыңлай төҫлө.
Уйҙарымдан һис сыҡмайһың,
Һөйөүем шундай көслө.
Беләм, һин дә юҡһынаһың,
Тик саҡрымдар арала.
Һағыныуҙан йәштәр аға,
Йөрәк әрней, һыҙлана.
Бәлки, әле һин дә шулай
Йыһанды күҙләйһеңдер,
Беҙҙең һөйөүҙән ҡабынған
Йондоҙҙо эҙләйһеңдер?
...Иң мөһиме – тойғолар саф,
Һағышланһа ла күңел.
Араларҙың йыраҡлығы
Һөйөүгә кәртә түгел.
Айлина ТАМАСОВА.
Өфө ҡалаһы.