+11 °С
Дождь
VKOKTelegram

Мауығыуҙы ысын һөйөү менән бутамағыҙ

«Йәншишмә» гәзитен яратып уҡыйым, бигерәк тә «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы» рубрикаһын көтөп алам. Был юлы үҙем дә серҙәрем менән уртаҡлашырға булдым.

Мауығыуҙы ысын һөйөү менән бутамағыҙМауығыуҙы ысын һөйөү менән бутамағыҙ
Мауығыуҙы ысын һөйөү менән бутамағыҙ

Миңә – 16 йәш. Бер йылдан артыҡ Данил (исеме үҙгәртеп алынды) исемле егет менән дуҫлашып йөрөнөк. Ул саҡтар­ҙа араға төшөүселәр ҙә булды, тәүҙәрәк быға иғтибар итмәнек. Тик көтмәгәндә дуҫлыҡ өҙөлөп ҡуйҙы.
Ҡышҡы каникул мәле ине. Ауыл клубында концерт булды, аҙаҡ дискотекаға ҡалдыҡ. Унда Әлиә лә килгәйне. Ул – ҡунаҡ ҡыҙы, беҙҙең ауылда йәшәгән апайҙарына тәүге тап­ҡыр ҡунаҡҡа килгән. Көлөшә-шаяра күңел астыҡ. Шул ваҡытта Данил шаяртып: «Анау торған ҡыҙ кем ул? Әллә үҙен ҡаратып алайыммы?» – тип һораны. «Яныңда мин булған саҡта башҡаларға күҙ һалыуың оят түгелме һи­ңә?» – тип асыуландым. «Шаяртам ғына бит ул», – тигән булһа ла, күңелемә ныҡ ҡыйын булды. Ә бер аҙҙан үҙ күҙемә үҙем ышанманым: Данил уны оҙатыр­ға сығып китте. Мин ныҡ ғәрләндем, илар сиккә еттем. Аҙаҡ Данил менән һәйбәтләп һөйләштек. Минән ялҡҡанын әйтте. Ул көндө бөтөнләй йәшәгем килмәй ине, тик атай-әсәйемде, яҡындарымды уйлауым ғына мине насар уйҙарҙан арындырҙы. Төндәр буйы илап сыҡҡан саҡтарым күп булһа ла, ваҡыт үтеү менән тынысландым, оноттом.
Оҙаҡламай «Бәйләнештә» социаль селтәрендә бер егет менән аралаша башланыҡ. Уны электән белә инем инде, тик яҡындан түгел. Күрше ауылдан үҙе. Дуҫтарса ғына аралашыуыбыҙ мөхәббәткә әүерелде. Әлбиттә, әле әллә ни күп ваҡыт та үтмәгән. Шулай ҙа ул – минең ысын мөхәббәтем, тип әйтә алам. Бындай тойғоно беренсегә кисереүем. Күрәһең, Данил мауығыу ғына булғандыр. Әхирәтем дә миңә һәйбәт яҡҡа үҙгәрҙең, ти. Эйе, саф мөхәббәт кешене ҡанатландыра, бөтөнләй үҙгәртә икән шул.
Үҙен ныҡ яратам, ул да мине яҡын күрә. Беҙ бер-беребеҙҙе ихтирам итәбеҙ, ҡәҙерләйбеҙ. Шундай яҡшы егет менән дуҫлашыуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Икебеҙ ҙә Ҡыҫала йондоҙлоғо аҫтында тыу­ғанбыҙ, бәлки, холоҡ-ҡылыҡтар килешеүгә был да йоғонто яһайҙыр.
Йөрәк түрендә һаҡлаған серемде яҙыуымдың сәбәбе лә бар. Минең һымаҡ хәлдә ҡал­ған йәштәштәремә һабаҡ булһын ине. Мауығыуҙы ысын һөйөү менән бутай күрмәгеҙ берүк. Өлөшөңә төшкән көмөшөң, яҙмыш ҡушһа, мотлаҡ һинеке буласаҡ. Ваҡыт бар нәмәне үҙ урынына ултырта ул. Барыһы ла Хоҙай ҡулында.

АЗАЛИӘ Г.
Күгәрсен районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас