

Йондоҙҙар ҙа булды айырым.
Тик кем белгән берәй нурлы кистә
Ҡояштарҙың бергә байырын?
Айыбыҙ ҙа хәҙер бер бөтөндөр,
Йондоҙҙар ҙа күмәк йыйылған.
Йыһандарға илтер өсөн беҙҙе
Һөйөү тигән баҫҡыс ҡуйылған.
Һин етәкләп мендең мине күккә,
Остоҡ-остоҡ алыҫ-алыҫҡа.
Бәхет теләп аҫтан икебеҙгә
Ер уттары, гүйә, күҙ ҡыҫа.
Зарина БАҒЫШАЕВА.
Фото: poembook.ru