

Аралар йырағайҙы.
Бөрөләнгән һөйөү гөлөм
Сәскә атмай һарғайҙы.
Һулып барған гөлкәйемә
Күҙ йәштәремде һибәм.
Бер һарғайғас, бер һулығас,
Терелә алмаҫ, беләм.
Ә шулай ҙа көтәм әле,
Бәлки, тағы килерһең.
Өшөгән гөлдөң тажына
Наҙҙарыңды өрөрһөң.
АҠЙОНДОҘ.
Фото: ytimg.com