

Мине үҙенә.
Йөрәккәйем ярһып тибә,
Бары түҙ генә.
Сөнки ошо матур төндә
Осраттым һине.
Ҡараштарың, йылмайыуың
Арбаны мине.
Ай ғына аңлай шикелле
Серле хисемде.
Минут һайын ҡабатлайым
Һинең исемде.
Күңелемдәге һөйөүем
Әйләнә йырға.
Йөрәктән сыҡҡан был моңдо
Ашыҡ тойорға.
З.БАҒЫШАЕВА.
Фото: w-dog.ru