

Тыныс атҡан таңдарымды
Моңға күмеп килеп индең.
Ғүмер яҙы - йәшлегемдең
Һөйөнөсө булып килдең.
Ғүмер буйы уны ғына
Һөйөрмөн, тип тибә йөрәк.
Йәшлек таңын яңғыҙ түгел,
Бары икәү биҙәр кәрәк.
Мөхәббәтле хис ташҡыным
Бүләк булһын күҙ нурыма.
Ул да шулай ҡушһа ине
Исемемде үҙ йырына.
Р. ВИЛДАНОВ.
Фото: mednews.ru