+11 °С
Дождь
VKOKTelegram

Их, һин мөхәббәт

Тырыш ҡыҙ ул Розалина, бар ерҙә лә өлгөрә: уҡыуҙа ла алдынғы, йырларға, бейергә тиһеңме – барыһын да булдыра. Былтыр уҡыған ерендә ял лагерҙарына вожатыйҙар әҙерләү мәктәбе эшләп килгәнлеген белгәс, шунда курстар үтеп, танытма ла алғайны. Аҙаҡ Рәсәй­ҙең күптән билдәле «Орлёнок» лагерына йәйге каникулға вожатыйҙар са­ҡырып хат яҙғандарын ишеткәс, ул да Ҡара диңгеҙ буйын һайланы. Үҙе лә мәктәп йылдарында шунда ял итте һәм тәүге мөхәббәтен осратты...

Их, һин мөхәббәтИх, һин мөхәббәт
Их, һин мөхәббәт

Ҡыҙ ул ваҡытта IX синыфты тамамлағайны. Гимназияларына «Орлёнок»ка барырға ике уҡыу­сыға юллама бирелгән. Уҡытыусылар коллективы уҡыу, спорт алдынғыһы, йырсы, бейеүсе Розалинаға һәм VIII синыфтан шулай уҡ мәктәп алдынғыһы Ильясҡа бирергә ҡарар ит­те.
Бик алыҫ юл, таныш булмаған төбәк ҡыҙҙы ҡур­ҡыта ине башта. Әммә борсолоуы бушҡа ғына бул­ған икән. Ҡара диңгеҙ, хозур тәбиғәт, Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән тиҫтер­ҙәре, яғымлы вожатый ағай-апайҙар шунда уҡ күңелдәге шомдо бөтөрҙө.
Режим менән торалар, ашай­ҙар, күңелле һәм фә­һемле саралар үткәрәләр, юҡ-бар уйларға ваҡыт та булманы. Тиҙ аралашыусан ҡыҙ барыһы менән дә тиерлек уртаҡ тел тапты. Тик бына үтә лә оялсан, һәр саҡ яғымлы йылмайып йөрөгән Денисҡа ғына нисек һүҙ ҡушырға белмәй аҙап­ланды ул. Ҡазан егете баш­ҡалар­ҙан нисектер айырылып тора кеүек ине. Ашханала ла, ял минуттарында телевизор ҡарағанда ла, киске дискотекаларҙа ла Розалина Денистан кү­ҙен алмай башланы. Бер кисте «Бәхет төнө» тигән сара үткәр­ҙеләр. Тап әлеге кисә егет менән яҡындан танышыр­ға ярҙам итте лә инде...
Ошонан һуң улар араһында мөхәббәт хисе уянды. Денис балалар йортонан икән. Әсәһен иҫләмәй ҙә, шулай ҙа уның тамырҙары Башҡортостандан икәнлеген белә ине. Атаһы Денисты яңғыҙы 6 йәшкәсә ҡараған, тик ул да бик ир­тә мәрхүм булып ҡала. Шунан малай балалар йортона эләгә... Унда тәртипле, ғәҙел булып үҫә, әле уға ла 15 йәш. Ә «Орлёнок»ка егет Рәсәй кимәлендә үткәрелгән математика һәм физика фәндәре олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн юллама менән бүләкләнгән.
Ҡара диңгеҙ яры буйлап етәкләшеп йөрөүҙәр, парлы бейеүҙәр, икәүләшеп тулған Айға һоҡланыу иң бәхетле көндәр булды. Бер-береһенә шул тиклем эйәләште улар. Әммә тиҙҙән айырылышыуҙарын аңлау кү­ңелдәренә тынғылыҡ бирмәне. 21 көнлөк ял «һә» тигәнсе үтте лә китте. Бына хушлашыу сәғәте... Розалинаға ла, Денисҡа ла бик ҡыйын ине.
Йөрәктәрендә мөхәббәт уты ҡабынған йәштәр адрестары менән алышып, хаттар яҙышырға вәғәҙәләште.
Мәктәпте тамамлағас, Розалина юғары уҡыу йортона инде, ә егет һалдатлыҡҡа алынды. Әлегә тиклем Денис хатты интернат адресына яҙа ине, ҡыҙ уҡырға инеп, икенсе ҡалаға күскәс, бәйләнеш өҙөлдө. Егет башта хаттарын интернатҡа ебәреп ҡараны ла, яуап алмағас, яҙыуын туҡтатты...
...Розалина тәүге мөхәббәтен йылдар үтһә лә онота алманы. Шуға ла яңынан «Орлёнок»ка барырға форсат сыҡҡас, күңел тыныслығы табыр өсөн дәртләнеп риза булды. Йөрәк даулауын баҫырына, күңеленә дауа алып ҡайтырына ышанып юлға сыҡты ҡыҙ. «Орлёнок» биш йыл элек нисек бул­ған, әле лә шундай ине. Шат балалар тауышы, хозур тәбиғәт, ымһындыр­ғыс Ҡара диңгеҙ – барыһы ла шул уҡ!
Розалина урынлашып бөткәс, өлкән вожатый янына үтте. Балалар ике көндән киләсәк, шуға тиклем вожатыйҙар үҙ-ара танышырға тейеш, кискә планёрка буласағын да белде. Үҙе тураһында ни­мә һөйләйәсәген уйлап, матур ғына кейемдәрен ҡарап, планёркаға әҙерләнде. Ваҡыты еткәс, тейешле бүлмәгә барып инде, ә унда коллектив йыйылып та бөткән тиерлек. Ул барыһы менән дә ипле генә иҫәнләшеп, буш урынға барып ултыр­ҙы һәм... ҡаршы рәттә Денисты күреп ҡалды...
Өҫтөнә боҙло һыу һиптеләрме ни, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте ҡыҙҙың. Уйынан һис тә сыҡмаған, төштәренә инеп йыуатҡан һөйгәне бит уның ҡаршыһында! Егеттең дә йөҙө кинәт үҙгәрҙе, берсә тулҡынланды, берсә шатланды. Шул арала ике йәш йөрәк, бер-береһенең ҡосағына ташланды... Был бәхетле минуттарҙы һаман да бөгөнгөләй хәтерләй улар.
Донъяға һәр кем үҙ яртыһы менән тыуа һәм ваҡыты еткәс, барыбер осраша, табыша, тип әйтеүҙәре, ысынлап та, хаҡ икән. Бына Денис менән Розалина ла юғалтыуҙар аша тапты бит бер-береһен. Тимәк, тик көтә һәм һөйә белергә генә кәрәк икән шул.

А. КАШАПОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас