

Ә йондоҙҙар атыла ла атыла. Йондоҙҙар ямғыры! Бындай мөғжизәне күптән күргәнем юҡ шул. Бәлки, үҙемдең донъяма сумып, тирә-яҡтың матурлығын абайламағанмындыр ҙа. Үлеп һөйгән йәрем ситтә булғас, бер ни кәрәкмәй шул. Тик шулай ҙа яҡты киләсәккә ышанғы килә. Ышанысым, өмөтөм! Һеҙ генә көндәремә мәғәнә бирәһегеҙ һәм мине йәшәтәһегеҙ!
Бәғеркәйемдең күҙҙәрен, йылмайыуын күрер, тауышҡайын ишетер, ҡосағына һыйыныр өсөн көтөргә әҙермен. Тик ҡайт ҡына, йәнкәйем. Ә мин көтөрмөн. Йондоҙҡайҙарым, теләгемде бойомға ашырығыҙсы?! Ана, тағы берәү атылды!..
АҠСӘСКӘ.
Бөрйән районы.