

Һөйөү тулы ҡарашыңа,
Тыныс ҡына шыбырлаған
Сылтыр шишмә-тауышыңа.
Сәстәремде наҙлап ҡына
Иркәләгән ҡулдарыңа,
Ғашиҡмын мин һалҡындарҙа
Ышыҡ булған ҡосағыңа.
Бар донъямды оноттороп,
Яулап алған йылмайыуға.
Ғашиҡмын һин бүләк иткән
Мөхәббәтле тормошома.
Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.