+21 °С
Болотло
VKOKTelegram

Үҙенә ныҡ өйрәндем шул...

X синыфты тамамланым. Бер ай элек «Бәйләнештә» социаль селтәрендә бер егет дуҫ булып өҫтәлде. Сәхифәһенә инеп, фотоларын ҡарағайным, таныш һымаҡ тойолдо. Әммә ҡайҙа күргәнемде хәтерләмәйем.

Үҙенә ныҡ өйрәндем шул...Үҙенә ныҡ өйрәндем шул...
Үҙенә ныҡ өйрәндем шул...

 Ҡара ҡашлы, һөйкөмлө генә был егетте белмәһәм дә, дуҫтар исемлегенә индерҙем. Бер нисә оҡшаған фотоһына лайк та ҡуйып сыҡтым. Исеме – Азамат. Минең йәштәш икән. 10 – 15 минут үттеме, юҡмы, был миңә танышырға теләүен белдереп, яҙып та ебәрҙе. Шул тиклем һылыуһың, ә тауышың күңелдәрҙе иретерлек, ныҡ оҡшаттым үҙеңде, тигән һүҙҙәренән һуң йөрәгем дөп-дөп тибергә тотондо. Йөҙө таныш, тип яңылышмағанмын икән. Яңыраҡ ауылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙғайны. Күрше районда йәшәһәләр ҙә, өләсәһе тыумышы менән беҙҙең ауылдыҡы икән. Күмәкләшеп килгәндәр. Азамат беҙҙең ауылда тәүге тапҡыр булған.
Байрам концертында йырлағайным, шунда мине күреп ҡалған. Исем-фамилиямды хәтерләп, ауылдың «Бәйләнештә» төркөмөнән сәхифәмде эҙләп тапҡан.
Аралашыусан, ихлас егет булып сыҡты Азамат. Үҙенең белмәгәне юҡ. Ниндәй темаға һүҙ ҡуҙғатһам да, күтәреп ала. Шаян да үҙе. Мәктәпте бөткәс, икебеҙҙең дә бер уҡыу йортона барырға теләүебеҙ айырыуса ҡыҙыҡ тойолдо миңә.
Тәүҙә «Бәйләнештә», ватсапта яҙыштыҡ, шунан һөйләшә башланыҡ. Бер айлап аралашабыҙ. Уға шул тиклем өйрәндем, осраш­ҡаныбыҙ булмаһа ла, күптән белгән кешем һымаҡ. Көнөм Азаматтың: «Хәйерле иртә, һылыуҡай!» тигән һүҙе менән башланһа, уның тәмле төштәр теләүе менән йоҡлап китәм. Көн оҙонона әллә нисә тапҡыр шылтыратышабыҙ. Әҙ генә юғалып торһа, һағына башлайым, тауышын ишеткем килә. Ғашиҡ булдым, күрәһең, үҙенә. Уны уйлаһам, йөрәгем ярһыбыраҡ тибә башлай. Яратыу тигәндәре шулай була микән? Әммә Азамат әлегә хистәрен белдерергә ашыҡмай. Әллә ышанып етмәйме, һынап ҡарарға теләйме? Бәлки, мине дуҫ ҡына итеп күрәлер? Аптырарһың. Башыма төрлө уйҙар килә. Ә уның үҙ ауылында дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы булһа? Был турала һорашырға нисектер ҡыйыу­лығым етмәй. Хистәремде башлап белдереү ҙә килешмәҫ һымаҡ. Ә бер көндө «Бәйләнештә»ге фотоһы аҫтына бер ҡыҙ йөрәкле смайлик ҡалдырған. Был мине бөтөнләй сығырымдан сығарҙы. Ә һорарға ҡур­ҡам. Минең йөрәгем икенсене һөйә, тип әйтер төҫлө. Улай тиһәң, яратҡан ҡыҙы була тороп, минең менән аралашып ултырмаҫ ине...
Үҙенә ныҡ өйрәндем шул. Уның менән һөйләшмәйенсә бөтөнләй түҙә алмаҫмын кеүек. Ә былай, исмаһам, тауышын ғына ишетеүҙән дә ҡанатланып йөрөйөм, үҙемде шул тиклем бәхетле итеп тоям.
Дуҫтар, минең урында булһағыҙ, нимә эшләр инегеҙ? Бәлки, һеҙҙең кәңәштәрегеҙ күңелемде тынысландырыр, билдәһеҙлектән ҡотолорға ярҙам итер, тип «Иләҫ-миләҫ»кә яҙып ҡарарға булдым. Зинһар, кәңәш бирегеҙ!

ЗӨҺРӘ.
Күгәрсен районы.

Фото: akspic.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас