

Икенсенән, егеттәрҙе үҙҙәренә ҡаратырға тырышып, күп ҡыҙҙар уларҙың насар ҡылыҡтарын үҙләштерә. Бергә тәмәке тарталар, насар, оятһыҙ һүҙҙәр менән һүгенеп тә ебәрәләр, хатта иҫерткес эсемлектәрҙән дә баш тартмайҙар. Йәнәһе лә, егеттәр араһында «үҙ» кеше булалар. Әлбиттә, егеттәр ундай ҡыҙҙар менән ваҡыт уҙғарырға, күңел асырға ярата. Сөнки уларҙың иғтибарын яулап алырға кәрәкмәй, үҙҙәре үк, балға йәбешкән һағыҙаҡ һымаҡ, эргәңдән китмәй бит. Әммә тормош юлын бергә үтер өсөн күптәре икенсерәк ҡыҙҙар менән яҙмышын бәйләй, буласаҡ балаларының әсәһе итеп бүтәнерәктәрҙе һайлай.
Бер танышым үҙенең ҡыҙы менән булған хәлде һөйләне. Тыуған көн байрамына барған ул. Ҡыҙҙар егеттәрҙе үҙҙәренә ҡаратыр өсөн бергә шампан да эскән, күҙҙәренә генә ҡарап, эргәләренән дә китмәй, уралып-бөтөрөлөп йөрөй икән. Ә танышымдың ҡыҙы үҙен бик әҙәпле тотҡан, егеттәргә иғтибар ҙа итмәгән, шампан да эсмәгән. Беләһегеҙме, тегеләр нимә эшләгән? Үҙҙәре муйынға аҫылынырға әҙер торғандарға түгел, ә бөтәһе лә әлеге ғорур һәм баҫалҡы ҡыҙ янынан китә алмай, ти. Барыһы ла тик уны ғына бейергә саҡырырға, оҙатып ҡуйырға теләй икән. Хатта үҙ-ара һүҙгә килешеп бөткәндәр. Белдегеҙме инде хәҙер егеттәргә ниндәй ҡыҙҙар оҡшағанын! Ни тиклем тәбиғи, талапсан, ғорур һәм буй еткеһеҙерәк булған һайын, һеҙ шул тиклем нығыраҡ егеттәрҙең иғтибарын йәлеп итәһегеҙ.
Өсөнсөнән, тағы бер бик мөһим мәсьәләгә һеҙҙең иғтибарығыҙҙы йүнәлтергә теләйем. Күп ҡыҙҙар бик иртә енси мөнәсәбәткә инә. Ҡайһы берҙәре: «Баш тартһам, ташлап ҡуйыр», – тип ҡурҡа. Икенселәре: «Яратҡас, егеттең теләгенә ҡаршы торорға ярамай», – тип уйлай. Ә бәғзеләре: «Яратыу – ул енси мөнәсәбәткә инеү», – тип аңлай. Был – төптө хата фекер. Үҫмер организмы әле ундай ҡатмарлы үҙгәрештәргә әҙер булмай. Шуға күрә лә һаулыҡ өсөн һис тә эҙемтәһеҙ үтмәй улар.
Бер ваҡыт миңә бер ҡыҙҙың әсәһе килде, ҡыҙы X синыфта уҡый. Ике йыл инде бер егет менән дуҫлашып йөрөгәндәр. Шул егет яңыраҡ был ҡыҙға: «Әйҙә, йәйгеһен осрашмай торайыҡ. Һин миңә килмә, мин – һиңә», – тип әйтә, ти. Баҡһаң, былар ике йыл буйына енси мөнәсәбәткә инеп йөрөгән. Хәҙер теге егет икенсе ҡыҙ менән осраша башлаған. Ул әле үҙенә ниндәйҙәр оҡшағанын да белмәй, әле – берәүгә, әле икенсеһенә бара, һайлана. Теге ҡыҙға ҡарата ниндәйҙер хистәре тыуһа ла, ул ысын мөхәббәт тойғолары булмаҫҡа мөмкин. Ҡыҙҙың да киләсәк тормошонда оло һөйөү хистәре уятҡан берҙән-бер кешеһен осратыуы ихтимал. Шуға күрә сафлығығыҙҙы, намыҫығыҙҙы һаҡлағыҙ, ҡыҙҙар! Үҙ бәхетегеҙ – үҙ ҡулығыҙҙа һеҙҙең, һылыуҡайҙар!
Был кәңәштәрҙе мин һеҙгә табип булараҡ ҡына түгел, ә ҡатын-ҡыҙ һәм әсәй булараҡ та әйтәм.
Мәхмүзә ҒӘЙНУЛЛИНА,
Башҡортостан Республикаһының, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор.
Өфө ҡалаһы.
Фото: yandex.net