+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Онотормон...

Тәү күреүҙән мине

Онотормон...Онотормон...
Онотормон...

Ғашиҡ иттең бит һин.
Күҙҙәреңә ҡарап
Һүҙһеҙ ҡалдым бит мин.

Һаман да хәтерҙә
Бергә булған саҡтар,
Һинең серле ҡараш
Һәм йылы ҡосаҡтар.

Тик беҙҙең мөхәббәт
Ҡабынды ла һүнде.
Болоттар ҡапланы
Ҡояшлы күгемде.

Яратам, тигәйнең,
Ҡарап һин күҙемә.
Тик ниңә алданың,
Булмағас үҙемә...

Әрнеһә лә йөрәк,
Һыҡтаһа ла күңел.
Беҙҙең бергә булыу
Хәҙер мөмкин түгел.

Ваҡыт – дауа, тиҙәр,
Онотормон, беләм.
Ярһыған хистәр ҙә
Тыныр әле, түҙһәм...

Ышанмаҫмын башҡа
Әгәр килһәң бер саҡ.
Ҡабул итмәм кире,
Түгелмен мин ҡурсаҡ!

Вәсилә ӘЙҮПОВА,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,
Байназар ауылы.

Фото: goodfon.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас