

Уның менән бәләкәй саҡтан уҡ бергә уйнап үҫтек. Атай-әсәйҙәре лә шаяртып: «Һине килен итһәк, ҡалай һәйбәт булыр ине», – ти торғайны. Йәшебеҙ еткәс, бер синыфҡа уҡырға барҙыҡ. Ул башҡа малайҙарҙан төҫкә-башҡа сибәрерәк, шуҡ, һүҙгә оҫталығы менән айырылып торҙо. Күп парлы бейеүҙәрҙә бергә тура килә инек. Синыфташ булғас та бер-беребеҙгә йөрөп уйнауыбыҙҙы дауам иттек. Шулай ныҡ аралаша торғас, туғыҙ йәштә үҙенә ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Инде хәҙер уйнау урынына өйгә килһә, йәшенеп ҡала башланым, уларҙың йортон икенсе яҡтан урап үтәм. Бер мәл ишек алдына ингәнен күреп, бәләкәй туғанымды балалар арбаһында һөйрәп, икенсе ҡапҡанан һиҙҙермәйенсә генә сыҡтым да ҡастым. Һыу буйына ҡарай юл тигеҙ генә түгел. Тауҙан төшкән кеүек төшәһең. Елдертеп алып барам. Ашығыуҙан эләктергесен ныҡлап ҡаптырмағанмын икән. Бер мәл туғаным тәкмәсләп барып ятмаһынмы? Ҡысҡырып илай, етмәһә, танауы сыйылды. «Ҡасмаһам була бит инде», – тип үҙ-үҙемә йән көйә...
Бишенсегә күскәс, күп кенә ҡыҙҙарҙың уға ғашиҡ булыуын белдем. Бер ҙә минең кеүек оялмайҙар. Ҡосаҡлай икән, ҡосаҡлаттыралар. Үбешергә лә риза булырҙар ине. Мин генә ул ҡырағай бер йән эйәһе кеүек. Тейеп-тотоноп ҡына ҡараһын, шунда уҡ ҡулым менән тондорам. Ә үҙем уның тураһында уйлауҙан башым сыҡмай. Сит ҡыҙ менән көлөшә-көлөшә һөйләшеп тороуын күрһәм, шул тиклем ауыр кисерәм, кисен йоҡларға ятҡас, балауыҙ һығып алам. Сәйәхәткә сыҡһаҡ та, ул икенселәр менән шаярып рәхәтләнә. Ә мин усаҡ төбөндә моңайып, күңелһеҙләнеп ултырам. Уйындар уйнаған саҡта еңеүсе булһам, үҙе йүгереп килеп, алтынбаштар гөлләмәһе бүләк иткән була. Ҡыуанысымдан ни эшләргә лә белмәйем.
Ошо уҡ йылды байрамдарҙа бер-беребеҙгә бүләктәр бирешә башланыҡ. Мин 23 февраль менән ҡотлап, алған әйберемде тотторҙом. 8 март еткәс, ул «Ҡатыҡ-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым» тип хата менән яҙылған открытка һәм брошка алып бирҙе. Уныһы күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ матур. Түшемә таға һалып алдым. Был бүләк бирешеү йолаһы бер нисә йыл дауам итте. Уның бүләктәре һаман да һаҡланыр ине лә ул, тик бер көн барыһын юҡ иттерҙе. Яратҡан кешем икенсе бер синыфташымдың эргәһенән китмәй, уралып бер була. Уҡыуҙан йәнем көйөп ҡайттым да, открыткаларын йыртып, брошкаһын ергә күмеп ҡуйҙым. Әле шул холҡома үҙемдең көлкөм килеп китә. Әйбер ғәйеплеме инде? Ул ваҡытта шул тиклем ҡыйын булғандыр...
Ун беренсе синыфҡа ла еттек. Инде һәр беребеҙ төрлө ергә таралыр. Мин унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмай, уйланыуҙан бушамайым. «Оҙаҡламай таралышабыҙ, бергәләп ултырайыҡ әле», – тип бер синыфташ ҡыҙыбыҙ барыбыҙҙы ла тыуған көнөнә саҡырҙы. Үҙен күрермен, бәлки, йөрөргә тәҡдим яһар, тип кенә барҙым. Әлдә лә ул килгән. Дәртле көйҙәргә бейенек. Инде вальс та ҡуйылды. Көй буйына бер кем менән дә әйләнмәй йөрөнө лә бер заман минең эргәмә килеп саҡырмаһынмы! Түбәм күккә тейҙе. Бәлки, һүҙгә-һүҙ ялғаныр, тип өмөт итәм. Тик шатлығым оҙаҡҡа барманы. Бейей генә башлағайныҡ, йыр бөттө лә ҡуйҙы. Илар сиккә еттем дә тыуған көн ҡайғыһы китеп, ҡайтып киттем.
Бына шулай тәүге мөхәббәт хистәрен кисергән кеше булараҡ, мин уны инҡар итеүселәргә: «Ысын мөхәббәт бар ул, дуҫтар!» – тип әйткем килә. Барығыҙҙың да тормоштоң ҡәҙерен белеп, яратып, яратылып йәшәүегеҙҙе теләйем.
ЗӨЛХИЗӘ апайығыҙ.
Фото: w-dog.ru