-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йырҙарым — һиңә

Йырҙарымды һиңә арнайым,

Йырҙарым — һиңә
Йырҙарым — һиңә

Тик яныңа һис тә бармайым. 

Ярҙарыбыҙ алыҫ булһа ла,

Күңелемде һаман арбайһың.

 

Айлы төнөм күпкә моңһоу хәҙер,

Йылы тының етмәй ниңәлер...

Бәхеттәргә илтер юлды эҙләп,

Хыял күкте яңғыҙ иңләйҙер...

 

Һине һөйәм. Һине һағынам.

Үҙ яныңа мине ал ғына.

Ҡояш беҙгә нурын таратыр,

Һуҡмаҡтарҙы күмеп алтынға...

Зарина БАҒЫШАЕВА.

Фото: grizza.club

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: