+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотолоуҙар юҡ

Мөхәббәттең ут ялҡыны

Ҡотолоуҙар юҡ
Ҡотолоуҙар юҡ

Әсир итте йөрәкте.
Һөйәм, тип ышандырҙың да,
Үҙең килмәй йөҙәттең.

Әллә инде тойғоларың
Саф түгел, ялған булды.
Ғашиҡ күңелкәйем хәҙер
Ғазап, һағышҡа тулды.


Их, исемеңде йөрәктән
Алып ташларға ине.
Тормошомдо өр-яңынан
Һинһеҙ башларға ине...

Шулай тим дә уйҙарымда
Йәнә яныңа еләм.
Ярһыу хистәр ташҡынынан
Ҡотолоуҙар юҡ, беләм.

АҠЙОНДОҘ.

Фото: paypress.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: