+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт бер генә, сер генә

Мөхәббәт, мөхәббәт, тиҙәр, ә ул бармы икән?

Мөхәббәт бер генә, сер генә
Мөхәббәт бер генә, сер генә

Йәки һорау­ҙы икенсе төрлөрәк ҡуйырға мөмкин: киләсәктә ғаи­лә ҡороу өсөн мотлаҡ яратҡан кешеңде һайларға кәрәкме? Cәлим тамам аптыраны. Борон бит күп осраҡта кәләш­те ул­дарына атай-әсәйҙәре һайлаған. Кейәү кеше хат­та була­саҡ тормош иптәшенең кем икәнен, ниндәй йөҙлө булы­уын да белмәй ҡалған. Ә бит матур итеп йәшәп киткән­дәр, бынамын тигән балалар үҫтергәндәр. Эй, хәҙерге заман­ды элекке менән сағыштырырлыҡмы һуң инде?! Сәлим үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы. Шулай ҙа боронғолар дөрөҫ эшләгәндер ул. Атай-әсәй үҙ балаһына бер ҡасан да яманлыҡ теләмәй бит!

Бына әле Сәлимдең үҫмер сағы. Уның күңелендә ауылдың бер сибәренә йылы той­ғо бар. Ҡыҙҙың исеме – Зәмирә. Яҡшы уҡый, бөхтә, матур кейенеп йөрөй. Нәзәкәтлелеге менән бүтәндәрҙән айырылып тора ул. Әммә иркәрәк шул. Бер аҙ ялҡаулығы ла бар шикелле. Һәр хәлдә, йәйҙәрен уның иртән тороп көтөү ҡыуғанын бер ҙә күргәне юҡ. Уға үҙенең йылы мөнәсәбәттә булыуы тураһында әйтмәһә лә, дуҫлыҡ тәҡдим иткәйне инде. Бер синыфтан түгелдәр, йыш ҡына уҡыуҙан бергә ҡайталар. Әммә Зәмирәне төштән һуң берәй ергә трактор менән дә һөйрәп алып барырмын, тимә. Өй тауығы ул. Бер ҙә сыға белмәй. Уның ҡарауы, һәр ваҡыт онлайнда. Етмәһә, Сәлимдең дә интернеттан сыҡмауын һорай.
– Әйҙә, мәктәпкә, бөгөн беҙ малайҙар менән хоккей уйнайбыҙ, көйәрмән булыр­һың, – тине бер көндө төштән һуң Сәлим ҡыҙға.
– Ой, бер ҙә барғы килмәй бит әле, ярай, аҙаҡ кем еңгәнен «Бәйләнештә» яҙып ебәрерһең, – тип яуапланы Зәмирә. Нимә тип әйтәһең: юҡ, тигәс, юҡ инде. Сәлим үҙе – бик әүҙем, янып торған малай. Йәй булһа, велосипедта йөрөй, иптәштәре менән футбол тибә, бесән ваҡыты етһә, уны әҙерләшергә ярҙам итә. Ҡышҡыһын да эш етерлек: ана, күпме ҡар яуа, көрәп кенә өлгөр. Саф һауала йөрөргә ныҡ ярата шул. Зәмирәне лә ул тиклем насарлап булмай: уҡыуҙа тырыш, аш-һыу әҙерләргә лә оҫта ғына шикелле: йыш ҡына хәбәрҙәрендә, әле бешеренәм, тип яҙа. Әммә уның менән нисектер күңелһеҙ. Ҡыҙыҡай виртуаль аралашыуға тамам күнеккән, ахырыһы. Уға күҙгә-күҙ осрашып һөйләшеү­ҙең, бергә ваҡыт үткәреүҙең кәрәге юҡ һымаҡ.
Ә хоккей майҙансығына байтаҡ уҡыусылар килгәйне. Сәлимдең синыфташтары ла етерлек икән. Ана, артҡы партала ултырған Ғәлиә менән Ләйсән дә бар. Улар гел бергә һымаҡ: икеһе лә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Сәлим әллә нисә тапҡыр әхирәттәрҙең саңғыла йөрөгәнен дә күргәйне.
– О, көйәрмәндәр, мәгеҙ әле беҙ еңгәнсе һаҡлап тороғоҙ, – тип егет Ғәлиәгә телефонын тотторҙо. Улар, туғыҙынсылар, унынсыларға ҡаршы уйнаны. Байтаҡ ҡына барҙы алыш. Сәлим ваҡыты-ваҡыты менән телефонын һаҡлаусыға күҙ һалып өлгөр­ҙө: биттәре ап-алһыу булған ҡыҙ ысын көйәрмән икән, уйынды күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтә. Сәлимдәр еңмәне еңеүен, шулай ҙа егет тегеләрҙең ҡапҡаһына бер гол индерҙе.
Ә синыфташ ҡыҙҙары янына килеп баҫҡансы уның башына тағы ла бер-бер артлы уйҙар ағылды. Мөхәббәт, мөхәббәт, тиҙәр, бәлки, иң тәүҙә дуҫлашырға, шунан ғына ғашиҡ булырға кәрәктер, ә? Һәр хәлдә, дуҫтар араһында ҡараштар, фекер­ҙәр, яратҡан шөғөлдәр оҡшаш бит. Бер-береңде ярты һүҙҙән аңлайһың, бергә ва­ҡыт үткәреү ҙә күңелле…
– Эй, бында һиңә йөҙләгән SMS-ка килде инде, мә, яуап бирә һал! – Ләйсән уға телефонын һона икән. Әммә Сәлимдең хәбәр уҡып торғоһо килмәне. Яратҡан уйынынан һуң саф һауала үҙе кеүек спорт яратҡан ҡыҙҙар менән аралашыу күпкә ҡыҙығыраҡ ине. Көйәрмәндәр менән әллә күпме гәпләшеп торҙо. Ә ҡайтҡанда Сәлим тағы ла баяғыса ҡыҙ менән егет араһындағы дуҫлыҡ тураһында уйланды. «Берәүгә ғашиҡ бул да шуның артынан йөрө, йөрәген яуларға тырыш, имеш. Ә, бәлки, ул һинең хистәреңә бөтөнләй лайыҡ түгелдер». Өйөндә тамаҡ ялғап алғас, мал ҡарарға сыҡты. Һыйыр менән башмаҡҡа бесән һалып ябырға кәрәк. Аҫтарын иртәгә таҙартырға тура килер инде, бөгөн ваҡыты булманы бит. Әсәйҙәре эштән ҡайтыуға аш һала торорға ҡушҡайнылар.
– Сәлим, ниңә SMS-тарға яуап яҙмайһың ул? Әллә нимәләр уйлап бөттөм! – Аҙбар яғынан килеүенә ҡаршыһында телефонын ҡосаҡлап Зәмирә тора.
– Был турала бөтөнләй онот­ҡанмын. Ваҡыт та булманы. Ярай, икенсе юлы ярышты үҙең барып ҡарарға шәп булды әле. Ә хоккей уйыны күңелле үтте. Көйәрмәндәр араһында ҡыҙҙар ҙа күп ине. Икенсе аҙнала тағы уйнайбыҙ, бараһыңмы? – тине егет, ҡыҙға мут йылмайып.
– Ярай, килештек, – тине Зәмирә телефонын кеҫәһенә йәшереп.

Э. РӘШИТОВА.

Фото: maximumwallhd.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: