-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Саф мөхәббәт бар бит ул...

Башҡалар нисектер, мин үҙем матур, мөхәббәтле парҙарҙы күрһәм, кәйефем күтәрелә. Яндарынан йылмаймайынса үтә лә алмайым. Бигерәк һөйкөмлө була бит улар.

Ләйлә апай менән Самат ағай ҙа иҫ китмәле матур пар ине. Мөхәббәттәренә һоҡланмаған кеше булманы. Хәҙер өлкән йәштә инде улар. Ә йәшлектәре минең күҙ алдымда үтте. Әсәйемдәр ҡай­ҙалыр ҡунаҡҡа китһә йә эш буйынса берәй ҡайҙа сыҡһа, күҙ-ҡолаҡ булып торор­һоң, тип беҙҙең янда Ләйлә апайҙы ҡалдырыр ине. Ул ваҡытта үҙе лә мәктәп уҡыусыһы ғына булһа ла, бына тигән итеп донъя көтөп, һыйырҙарҙы һауып, беҙҙе мәктәпкә әҙерләп ебәрә ине. Тағы ла тегеүгә оҫта булды. Әле генә һүтелгән, йыртылған кейемдәребеҙҙе рәтләп, хатта яңы күлдәк-итәктәр тегеп бирә тор­ғайны. Кискеһен Самат ағай килә лә клубҡа сығып китәләр. Ә нисек бейейҙәр ине?! Улар төшһә, бөтәһе лә туҡтап, түңәрәк эсендә үҙҙәрен генә ҡалдыралар. Ә тегеләр донъя­һын онотоп, тыпырҙығын сыға, нисек аяҡтары сыҙағандыр?
...Ваҡыты еткәс, Самат ағай әрме сафына алынды. Ә Ләйлә апай тегенсе һөнәрен алып, алыҫ райондарҙың береһенә практика үтергә китте. Уны яңғыҙ ғына йәшәгән бер әбейгә фатирға урынлаштыралар. Һылыу ҡыҙҙы, әлбиттә, урындағы егеттәр ҙә тиҙ шәйләп ала. Ләкин ул береһенә лә иғтибар итмәй. Клубҡа ла сыҡмай. Бергә эшләгән ҡыҙҙары саҡырып кил­һә лә, ризалашмай. Өҙөлөп Саматынан хаттар көтә, аҙаҡ төндәр буйы илай-илай яуап яҙа. Һөйгәнен үлеп һағынған ҡыҙға сит ерҙәрҙә үтә лә ҡыйын була. «Әллә ни эшләп ошо йәһәннәм тишегенә барырға ризалаштым бит. Үҙебеҙҙең яҡта ҡалһам, әхирәттәрем янында еңелерәк тә булыр ине», – тип үрһәләнә.
Үкенеүҙәре юҡҡа булмай. Бер көндө әбейе район үҙәгендә йәшәгән улдарына ҡунаҡҡа киткәс, Ләйлә апай, бер үҙем йоҡларға ҡурҡам, тип бергә эшләгән Рита исемле ҡыҙҙы саҡыра. Уныһы ни өсөндөр ағаһын да эйәртеп килә. Ләйләгә шунда уҡ был оҡшамай. «Әхирәтең менән таныштыр, тип ҡолаҡ итемде ҡалдырманы бит. Ярай, күреп һөйләшһен инде, тинем дә ризалаштым. Хәҙер ҡайтып китә ул», – тип аҡланды ҡыҙ.
Икенсе көндә: «Һеңлем бөгөн бушамай», – тип Ританың ағаһы үҙе генә килеп инә. Ишекте бикләргә онотҡан Ләйлә нимә тип әйтергә лә белмәй. Ә уға бер күреүҙән һушы китеп ғашиҡ булған егет мөхәббәтен аңлатырға, тип килгән була. Өҫтәлгә күстәнәстәрен сығарып ултырта. Яйлап ҡына үҙенең хистәрен белгертә башлағас, Ләйлә ҡәт­ғи генә итеп һөйгән егете барлығы һәм уны бер кемгә лә алыштырмаясағы тураһында әйтә. Шарап эсеп, күңеле илереп алған егет был турала ишеткеһе лә килмәй. Ана шунда төҙәлмәҫлек яңылышлыҡ эшләнә лә инде.
...Ауырға ҡалғанын белгәс, Ләйлә яратмаған кешеһенә кейәүгә сығырға мәжбүр була. Замандар ул ваҡытта икенсерәк ине шул. Ҡорһаҡ күтәреп ҡайтып төшһәң, ауылда күҙеңде лә астырмаясаҡтар. Ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерәсәк, Саматы алдында бер ниндәй ғәйебе булмаһа ла, һөйгәне уны бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәк. Үҙенсә шулай тип уйлап, ҡыҙ армиянан килгән хаттарға яуап яҙыуҙан туҡтай.
Иренә лә еңел булмай. Дөрөҫ эшләмәне ул. Өҙөлөп ярат­ҡан кешеһен юғалтырмын, тип кенә шундай аҙымға барҙы. Эсмәһә, батырсылығы етмәҫ ине, моғайын. Шуға ғүмере буйы ҡатыны алдында үҙен ғәйепле һананы. Ни һораһа, шуны эшләне. Хатта Са­маттан килгән хаттарҙы ла күҙҙәренә мөлдөрәп кенә ҡарап, үҙе ҡулына килтереп тотторҙо. Ләкин Ләйләнең генә уға ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрмәне.
...Бер ваҡыт магазинға китеп барам. Күпергә етәрәк ҡаршыма бер ир менән матур баҫып килгән ҡатынды күреп, аҙымдарымды яйлаттым. Танырға тырышыуым инде. Беҙҙең ауылдыҡыларға оҡшамағандар. Ипләберәк ҡараһам, Ләйлә апай. Мине күргәс, шунда уҡ танып ҡалып, ҡаршыма йүгереп килде лә ҡосаҡлап өйрөлтә башланы. Бына һиңә осрашыу! Ауылға әллә нисә йыл ҡайтҡандары юҡ ине. Тегеһе ирелер инде.
– Эй, туғанҡайым, шул тик­лем һағындырған. Әйҙә беҙ­ҙең менән Шалҡан тауына. Шуның башына менеп, ауыл­ға ҡарап ултырғым килә, – тигәйне, эйәреп киттем дә барҙым. Һөйләшәһе һүҙҙәр күбәйгән. Ләйлә апай һорау­ҙарын яуҙыра ғына. Шулай килә торғас, ул ҡапыл туҡтап ҡалды. Нимә булды икән, тип ҡараһам – Самат ағай! Хәбәр һөйләп килеп, күрмәй ҙә ҡал­ғанмын. Былар икеһе лә шаҡ ҡатып, бер-береһенә ҡарап тик тора. Минең йөрәк дөп-дөп тибә. Хәҙер нимә булыр икән? Ләйлә апайҙың ире лә эштең ниҙә икәнлеген аңлап ҡалып, алғараҡ атланы. Былар шулай күпме торғандыр? Аңына башлап Самат ағай килде. Ул ҡапыл боролдо ла магазинға инеп китте. Исма­һам, иҫәнләшмәне лә. Ләйлә апайҙың күҙҙәренән субыр­лап йәш аға. Тауышланмай, шым ғына илай. Минең тамаҡҡа ла төйөр килеп тығылды.
Кискеһен клубҡа сыҡтым. Йәштәр вальс әйләнә. Бер ваҡыт гармунсы бейеү көйөнә күсте. Ни ғәләмәт, Самат ағай килеп төшмәһенме? Ҡатынын, бәләкәй балаһын ҡалдырып, ни эшләп йөрөй икән? Йөрәк ниҙер һиҙеп, сығырынан сығып тибә башланы. Бер заман, ни күрәбеҙ, аҡҡош һымаҡ йөҙөп, ҡаршыһына Ләйлә апай килеп баҫты. Самат ағайҙың бында икәнен ҡайҙан белде икән? Алдан һөйләшкәндәр, тиер­һең. Ғашиҡтар шулай бер-береһенең ни уйлағанын белеп-һиҙеп торамы икән әллә? Ныҡ бейене улар. Нәҡ теге ваҡытта­ғы кеүек. Бер аҙҙан Ләйлә апай ҡапыл ғына туҡтап, Самат ағайҙың ҡаршыһына ба­ҫып, күҙҙәренә туп-тура ҡараны ла атылып ишектән сы­ғып йүгерҙе. Самат ағай таш бағаналай ҡатты ла ҡалды...
Ләйлә апай ауылға һирәк ҡайтты. Ә «Мәжнүн»е уның иң яҡын әхирәтенә өйләнде. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар ине. Йәшлек дуҫы янына бер булмаһа, барыбер бер килер, тигән өмөттә йәшәне ул. Килде ҡәҙерле кешеһе уларға. Саматтың янында ғына баҫып торҙо. Тик бер ни ҙә ҡылып булмай ине шул. Ләйләнең дә нимәлер әйткеһе, һөйләгеһе килгән һымаҡ...
Бер-береһен өҙөлөп ярат­ҡан парҙар бергә була алмай, тип әйтеүҙәре дөрөҫтөр, ахырыһы. Үкенесле, әлбиттә. Ә шулай ҙа ҡайҙалыр үҙеңде йәнендәй күреп яратҡан, һинең турала уйлап йөрөгән кешеңдең барлығын бөтә йөрәгең менән тойоп йәшәү ҙә оло бәхеттер, тим. Ул һәр кемгә лә бирелмәй.
Был донъяға бер тапҡыр ғына килгәнбеҙ, үкенестә ҡалмаһын, тип улар бергә лә була алыр ине, ләкин был аҙымға барманылар. Балаларын етем иткеләре килмәне. Уның ҡарауы, бер-береһенә булған яҡты хистәрен ғүмер буйы тап төшөрмәйенсә һаҡлай алдылар.

МАҺИНУР АПАЙ.
Архангел районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: