+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел

Нимә ул мөхәббәт? Ысынлап та, бармы был мәңгелек хис? Әллә кемдер уйлап сығарғанмы? Йәйҙең йәмле бер кисендә ошо хаҡта уйланып ултырам.

Мөхәббәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел
Мөхәббәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел

Ололарҙың һөйләгәндәрен, төрлө уҡылған мәҡәләләрҙе, үҙем менән булған хәлдәрҙе иҫкә төшөрәм.
Ана, урам буйлап йәш кенә егет менән ҡыҙ ҡултыҡлашып китеп бара. Бындай күренеш ғәҙәти. Улар – уҡыусы балалар, балалыҡтан да сығып бөтмәгәндәр. Бер-береһенә ҡарата бул-ған тәүге хистәрҙе мәңгелек һөйөү тип уйлайҙар. Әлбиттә, мәктәп йәшенән башланған мөхәббәттең дә ғүмерлек тойғоға әйләнеүе ихтимал. Бала саҡтың матур бер иҫтәлеге булып ҡалыуы ла бар.
Ә бына оло йәштәге, инде әбей-бабай булып бөткән пар-ҙарҙың матур итеп ҡултыҡлашып китеп барыуҙарына һоҡланмау мөмкин түгел! Нисәмә йыл йәнәш йәшәгәндәр, нисәмә йыл донъя йөгөн бергә тартҡандар, ауыр минуттарҙы ла, бәхетле мәлдәрҙе лә бүлешкәндәр! Улар мөхәббәттең оло һынауын үткән. Һәм ҡартайған көндәрендә лә тойғоларының сафлығын юғалтмағандар.
Ә бит тормош юлдары ҡатмарлы, һәр кемдең яҙмышы төрлө һуҡмаҡтарҙан үтә. Бына бер танышымдың яҙмышы.
…Лилиә апай үҙенең кейәүе менән мәктәп йылдарынан таныш була. Ете йыл осрашып йөрөгәндән һуң, Замир ағай менән өйләнешәләр. Тик ошо ваҡыт эсендә бер-береһенә булған мөнәсәбәттәрен аңлай алмайҙар. Күрәһең, улар араһында мөхәббәт түгел, ә ни бары бер-береһенә өйрәнеү генә була. Шул сәбәпле ике йылдан айырылышалар…
Йәки икенсе ваҡиға: Рәмилә апай әхирәтенең туйында әлеге тормош иптәше менән таныша. Был осраҡлы егет тураһында әхирәтенең әсәһе бер-ике һүҙ һөйләп өлгөрә. Ғөмүмән, егеттең шәп кеше икәнлеге асыҡлана. Туйҙың икенсе көнөндә үк Нәфис Рәмиләгә тәҡдим яһай. Туйҙы ла һуңға ҡалдырмайҙар, шул уҡ йылда өйләнешәләр. Әлеге көндә пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көтәләр.
Тормош булғас, төрлө хәлдәр осрай. Имеш, Аллаһы тәғәлә кешене ике яртыға бүлеп төрлө тарафтарға тарата тигән ырым бар. Әгәр ҙә икенсе яртыһын тапһа, бәхетле ғүмер кисерә. Тапмаһа, мәңгелек һағышҡа дусар була. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Әгәр шулай икән, икенсе яртыңды эҙләп кенә лә ғүмерең үтеп китергә мөмкин дәбаһа. Үҙ яртыңды мөғжизә донъяһынан эҙләп, яныңдағы бәхеттән ҡолаҡ ҡағыуың да бар. Шуға күрә лә яҡындағы күңелгә ятҡан кешеләргә иғтибарлыраҡ бу-лырға кәрәктер. Әҙәм балалары һөйөп, һөйөлөп йәшәгәндә генә бәхетле!

Фото: fotocdn.net

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: