+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күктә осам

Яндарымда булғаныңда

Күктә осам
Күктә осам

Ышанамын тылсымға.

Мин - Һомайғош, ә һин үҙең

Тиңһеңдер Ыласынға.

Беҙ бергә. Шунан да оло

Шатлыҡ миңә бар микән?

Мөхәббәт аллаһы беҙгә

Бәхет селтәрен сискән.

Ҡыуаныстан күктә осам,

Берсә йөҙәм һыуҙарҙа.

Мең рәхмәтлемен яҙмышҡа,

Яндарымда һин барға.

Мөғжизә тулы донъяның

Астың ғәжәп серҙәрен.

Иҫем китеп ҡарап торам - 

Йондоҙ төҫлө күҙҙәрең.

Зарина БАҒЫШАЕВА.

Фото: youmeandtrends.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: