Аҡсаһы булһа, былай ҙа оҡшаған ҡыҙҙың күңелен күрергә тырышалар. Ә аҡсаһы юҡ икән, нимә эшләргә? Ҡыҙҙар менән йөрөмәҫкәме ни? Дуҫлашыр өсөн мотлаҡ нимәлер алырға йә бирергә кәрәкме? Күңел хистәре аҡсалар, бүләктәр менән генә баһаланамы ни?
Мин хатта ҡыҙҙарҙың аҡса һәм бушҡа күңел асып йөрөр өсөн Кавказ егеттәренең машинаһына ултырып киткәндәрен беләм. Йәнәһе, тәбиғәттә ял итәләр, шашлыҡ ашайҙар. Ә был «ял»дың аҙағы ни менән бөтөрөн белмәйҙәрме ни? Беләләр ҙә, аңлайҙар ҙа. Әммә күптәрен ана шундай еңел тормош, байрамса кәйеф, күңелле ваҡыт үткәреү ҡыҙыҡтыра.
Башҡорт ҡыҙҙары, үҙегеҙҙең баһағыҙҙы белегеҙ, хистәрегеҙҙе ваҡламағыҙ, бер минутлыҡ ләззәткә алданып, сафлығығыҙҙы юғалтмағыҙ, тип ҡысҡырғы килә.
Һуңғы ваҡыт иман юлына баҫҡан, хиджаб кейгән мосолман ҡыҙҙары ғына сафлыҡтарын һаҡлай беләлер, тигән уйҙар килә башҡа. Бәлки, минең менән килешмәүселәр булыр. Тиҫтерҙәремдең – ҡыҙҙарҙың да, егеттәрҙең дә фекерҙәрен белге килә.
Айрат АЙҘАРОВ.
Фото: infoorel.ru