+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт

Мөхәббәт керҙе күңелгә

Мөхәббәт
Мөхәббәт

Атылған уҡтай.

Берсә ул ташҡындай шаша,

Йә ҡапыл туҡтай.

Хистәремде йүгәнләргә

Юҡсы мөмкинлек.

Бирсе Хоҙай һөйөүемә

Йыһандай киңлек.

Иңләр шул саҡ минең күңел

Хыял донъяһын.

Ҡайғы-хәсрәт кәрәк түгел,

Бәхет уянһын!

Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты,

Түҙсе һин, йөрәк.

Айлы-йондоҙло юлдар гел

Булыр ҙур терәк.

Зарина БАҒЫШАЕВА.

Фото: cdn.net

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: