+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йылмайыуың ҡояш нуры

Ҡараштарың диңгеҙ һымаҡ:

Йылмайыуың ҡояш нуры
Йылмайыуың ҡояш нуры

Тәрән, ҡарап туйғыһыҙ.
Иҫтәремә төшһә улар,
Төнөм үтә йоҡоһоҙ.

Йылмайыуың – ҡояш нуры,
Шатлыҡ сәсә, яҡтылыҡ.
Ҡараштарың шундай наҙлы,
Мәңге онотолмаҫлыҡ.

Һине күрһәм, йөрәккәйем
Тибә дәртле, шәберәк.
«Һөйәм» тиеп әйтер инем,
Оялам шул әҙерәк.

Ләйсән ҒӘСИМОВА.

Фото: foods.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: