+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Көнсөллөк айырҙы

Гүзәл менән дуҫлығыбыҙҙың өҙөлөүенә үҙем ғәйепле. Сөнки мин уны ныҡ көнләшә инем.

Көнсөллөк айырҙы
Көнсөллөк айырҙы

Хәҙер, бер-ике йыл ваҡыт үткәс, иҫкә төшөрәм дә, алйот булғанмын, тип уйлайым.
Бына ике генә миҫал килтерәм. Гүзәл менән урам буйлап китеп барғанда ҡаршыға бер егет килеп сыҡты ла: «О-о, һаумы, хәлдәр нисек?» – тип ҡыҙым менән күреште. Бик яғымлы һөйләшкәс, Гүзәлдең элекке йөрөгән егетелер тип уйланым да, уны ситкә алып китеп, теге аңларлыҡ итеп әйттем: йәнәһе, мин – уның егете. Аҙаҡ уның синыфташы ғына икәнлеген белдем. Дуҫлашып та йөрөмәгәндәр, байтаҡ күрешмәгәс, туҡтап, хәл-әхүәл һорашырға булған. Юҡҡа «әтәсләнеү»ем өсөн үҙем уңайһыҙ хәлдә ҡалдым.
Икенсе юлы йәй көнө бергә лагерҙа ял иткәндә шундай уҡ хәлгә тарыным. Һөйгәнемдең телефонын икенсе бер егеттә күреп ҡалдым да тағы мөнәсәбәт асыҡларға тотондом. Баҡһаң, ул егет кәрәккәнгә һорап ҡына торған икән.
Әле ошоларҙың барыһының да мәғәнәһеҙлек икәнен аңлайым. Тик беҙ бер-беребеҙгә ҡарата ышаныс бөтөү арҡаһында ташлаштыҡ инде. Көнсөллөктөң йүнлегә килтермәгәнлеген аҙаҡ, ныҡлап уйлап ҡарағас ҡына, белдем.
Гүзәлдән һуң байтаҡ ҡыҙҙар менән таныштым, осраштым. Тик ошо ике йыл эсендә уға оҡшаған берәүҙе лә тап иткәнем юҡ. Бер йылғаны ике тапҡыр кисмәйҙәр, тиҙәр ҙә ул, тик кем белә, ҡайһы саҡ, бәлки, бөтәһе лә кире ҡайтыр, тип өмөтләнеп тә ҡуям…

Рөстәм ИШБУЛДИН.
Белорет ҡалаһы.

Фото: crosti.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: