+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йөрәккә бойороп булмай...

Әҙилә – бала саҡ әхирәтем. Күршеләр булғас, бер генә көн дә айырылышҡаныбыҙ юҡ, тиерлек. Бәләкәй саҡта һәр саҡ бергә уйнаныҡ, мәктәпкә лә бергә барҙыҡ, бер синыфта уҡыйбыҙ, хатта бер парта артында ултырабыҙ. Аллаға шөкөр, IX синыфҡа ла килеп еттек.

Йөрәккә бойороп булмай...
Йөрәккә бойороп булмай...

 Ул төҫкә ныҡ һылыу, яҡшы уҡый, һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Егеттәр­ҙән дә тынғылыҡ юҡ үҙенә, әле береһе, әле икенсеһе һөйөүен белдереп кенә тора. Әҙиләнең быға тиклем иҫе лә китмәй ине, әммә яңыраҡ берәүһе менән дуҫлаша башланы. Исеме – Иҙел. Ул беҙҙән бер синыфҡа юғары уҡый. Егет уның өсөн өҙөлөп тора. Күрәһең, ныҡ яраталыр. Әхирәтемдең уға ҡарата хистәре юҡ һымаҡ, тик ниңәлер дуҫлашыуын дауам итә. Яратмайым, оҡшай ғына, тип бер юлы әйтеп тә ысҡындырҙы хатта. Ваҡыт уҙғарыу өсөн генә йөрөймө, аңламаҫһың. Кешенең хистәре менән уйнау була түгелме?
Уныһын үҙе беләлер, унда ни эшең бар, тиерһегеҙ. Мине был ғына борсомай шул. Үҙем күптән Иҙелгә ғашиҡ булып йөрөйөм. Улар дуҫлаша башлағанға тиклем, ярата инем инде. Ныҡ оялсанмын. Шуға ла был хаҡта әхирәтемә һөйләмәнем. Йөрәгемдең иң түренә бикләп ҡуйып, ҡәҙерләп һаҡлайым уның исемен. Эстән генә һөйөү утында янам. Әҙилә менән бергә йөрөгәс, гел икәүһен күрергә тура килә. Шул саҡтарҙа ҡыйын миңә, эстән генә янып-көйәм дә, ҡайтып йоҡларға ятҡас, күҙ йәштәремә ирек бирәм. Әхирәтемә был серҙе аса алмауым, һөйгәнемдең башҡаны яратыуын белеү – ныҡ ауыр. Етмәһә, Әҙиләнең Иҙел, тип йән атып тормауын күреү, үҙе алдында бер төрлө ҡыланып, аҙаҡ миңә уның тураһында көлөп һөйләүе, йәнде көй­ҙөрә. «Яратмағас, ни­ңә дуҫлашаһың? Үҙенә әйт, алдап йөрөмә! Ә мин уны ысын яратам!» – тип әйтеп ысҡындырырҙай булам. Саҡ тыйып ҡалам үҙемде. Уға әйткән хәлдә лә Иҙел минең хистәремде ҡабул итмәйәсәк бит. Уның йөрәге күптән Әҙилә өсөн тибә.
Әхирәтем дә ныҡ яҡын, Иҙелде лә өҙөлөп яратам. Берәү ҙә белмәгән серемде асып, икеһен дә юғалтһам, артабан нисек йәшәрмен? Уларҙың күҙенә нисек ҡарармын? Күңелемә шул тиклем ҡыйын. Улай ярамай икәнен аҡылым менән аңлайым да бит, әммә йөрәккә бойороп булмай шул... Яуап­һыҙ һөйөү утында янып ҡына үтер микән көндәрем? Берәй ваҡыт Иҙел һымаҡ егет осрармы?..
Ошо хаҡта «Иләҫ-миләҫ»кә яҙып, күңелемде бушатырға булдым. Бәлки, кәңәш биреүселәр табылыр.


А.
Миәкә районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: