+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәтле төштәр

Бөгөн тағы төштәремә керҙең,

Мөхәббәтле төштәр
Мөхәббәтле төштәр

Һөйөү менән баҡтың күҙемә.
Хистәремде аңлатырҙар тиеп,
Аҡ сәскәләр һуҙҙың үҙемә.

Ә мин, гүйә, татлы был мәлдәрҙән
Илерҙем һәм остом күктәргә.
Минекеләй мөхәббәтле төштәр
Кермәйҙер ул, беләм, бүтәнгә.

Яратыуым шундай көслө булғас,
Уйҙа, төштә – һәр саҡ бергәбеҙ.
Ҡасан ғына ҡулдар-ҡулда булып,
Бәхет күлдәрендә йөҙөрбөҙ.

АҠЙОНДОҘ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: