+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һөйөү – сер

Ҡараштарың – шундай серле,

Һөйөү – сер
Һөйөү – сер

Мәңге оноталмаҫмын.
Йылмайыуың – ҡояш нуры,
Сәсә төҫлө яҡтыһын.

Тәү күреүҙән ғашиҡ иттең,
Әсирлектә – йөрәгем.
Уйымдан һис тә сыҡмайһың,
Осрашыу – бар теләгем.

Һин, тип янып-көйөүөмде
Аңлаһаңсы, бергенәм.
Ынйылай аҡ, саф хистәрем
Асылмаған сер генә.

ҺОМАЙҒОШ.

Фото: goodfon.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: