+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яратып ҡал...

 

Яратып ҡал ерҙә.... Яратып ҡал...

Ғүмер бит ул бары бер миҙгел.

Күҙ асып йомған һымаҡ ҡына,

Һиҙмәйһең дә уның үткәнен.

  

Яратып ҡал... Беҙ бит бы донъяға

Яратырға ғына килгәнбеҙ.

Мөхәббәттә, бары мөхәббәттә

Беҙҙең бит ул йәшәү көсөбөҙ.

Яратып ҡал... Ярат тыуған ерҙе,

Тыуған яҡтар биг(е)рәк гүзәл бит.

Матурлығын уның күрә бел һин,

Һаҡла, яҡла, уны хөрмәт ит.

 

Ярат... Ярат атай-әсәйеңде,

Тормош бирер тағын ҡалғанын.

Онотма һин ҡуйған хеҙмәттәрҙең

Алтын баһаһына торғанын.
 

Туғаныңды ярат...Ысын күңелдән ярат,

Ул бит һинең ҡаның һәм йәнең.

Бер әсәнән тыуған, бер ҡарында ятҡан,

Хөрмәт ит һин ата-әсәң рухын.

 
Ярат..Бер ни талап итмәй ярат

Хоҙай биргән насип йәреңде.

Ҡанат ҡуй һин уның иңдәренә,

Бәхетле ит тормош юлыңды.

 
Балаларға булған мөхәббәтең

Бер үк кенә һуҡыр булмаһын.

Яҡты маяҡ бул һин! Һинең нурың аша

Улар тапһын бәхет һуҡмағын.
 

Яратып ҡал яҡын дуҫтарыңды,

Һин уларға һәр саҡ терәк бул.

Дуҫлыҡ бит ул  ғүмер биргән бүләк

Һаҡла уны, һәр саҡ тоғро бул!

 
Һәм үҙеңде ярат...Иркәлә һин,

Йәнең-тәнең хуш еҫ бөркөп торһон!

Йөрәгеңә тулған һөйөү хисе

Һине һәр саҡ сихри моңға төрһөн!

 
Яратып ҡал ерҙә...Яратып ҡал...

Ғүмер бит ул бары бер миҙгел.

Күҙ асып йомған һымаҡ ҡына,

Һиҙмәйһең дә уның үткәнен.



Рузилә ҒАТАУЛЛИНА.

Фото: goodfon.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: