+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үҙем генә ғәйепле

Илмир менән ике йылға яҡын дуҫлашып йөрөнөк. Оҡшай ине ул миңә. Үҙе лә яратҡан кеүек. Ләкин мөнәсәбәте ысын күңелдән булмаған икән.

Үҙем генә ғәйепле
Үҙем генә ғәйепле

Быйыл сирләп китеп дауаханаға ятҡайным. Сығыуыма әхирәтем уның ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙ менән осрашыуы хаҡында әйтте. Башта ышанманым. Ләкин мин ҡайтҡанды белә тороп яныма килмәүе, ысынлап та, хәүефләндерҙе. Клубҡа сыҡҡас, бөтәһен дә аңланым.
Илмирҙы онотоуы, әлбиттә, ҡыйын булды. Алыҫтан күреп ҡалһам да, тауышын ишетһәм дә, күҙҙәремә йәш тығылды.
Оҙаҡламай теге ҡыҙ ҡайтып китте. Байтаҡ ваҡыт үтте. Мин Т. исемле егет менән осраша башланым. Бер заман кеҫә телефонына Илмирҙан: «Беҙгә һөйләшергә кәрәк. Әйҙә, үҙебеҙҙең элекке урында осрашабыҙ», – тигән хәбәр килде. Мин дә иҫәүән инде, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алманым. «Ярар», – тигән яуап ебәрҙем.
Кискеһен Т. килде. Үс иткәндәй, ғүмерҙә ҡыланмағанса, телефонымды ҡулына алып баҫҡылай башланы. Шунда теге хәбәрҙе күреп ҡалған. Егетемдең шунда уҡ кәйефе төшөп ҡайтып китте.
Мин бер кемдән дә кәңәш, ярҙам һорарға йыйынмайым. Бөтәһенә лә үҙем ғәйепле. Ә бына ҡыҙҙарға, егеттәргә әйтәһе һүҙем бар. Һиңә бер тап-ҡыр хыянат иткән кеше осрашыу тәҡдим итһә, ризалашмағыҙ. Етмәһә, икенсе егет менән дә танышҡас. SMS-тарҙы ла һаҡларға кәрәкмәй. Уҡының икән, юйып ҡуй.
Ә үҙемә килгәндә, дөрөҫөн һөйләп бирһәм, Т-ның аңларына ышанам.

САМИРА.
Баймаҡ районы.

Фото: psyfiles.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: