+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ярат мине

Ярат мине
Ярат мине

 

Ҡалҡҡан ғына ҡояшымды ойотма,

Яратам, тип ҡабатларға онотма.

Яратам, тип өндәш миңә гел генә,

Шул һөйләмдән күңелкәйем гөл генә.
 

Йәлләмә һин, матур һүҙҙәр йәлләмә,

Хасил булыр күҙ алдыңда гөлләмә.

Мин булырмын "аһ" итерлек хозурлыҡ,

Ҡанатлы ҡош Һомайҙы ла уҙырлыҡ.
 

Яратам, тип әйт әле, әйт тағы ла,

Шул һүҙҙәрең йөрәгемә яғыла.

Шул тауыштан моңһоулығым юғала,

Ярат, тиеп, яраттырам шуға ла.

 

Яратам, тип ҡабатлаһаң, осонам,

Һүҙҙәреңдең сыҡмаһамсы осона

Һис ҡасан. 


Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Фото: www.b17.ru  

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: