+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ғашиҡтар көндәлеге

Көндәлек – иң яҡын дуҫ, серҙәш. Уға бер кемгә лә һөйләмәгән серҙәреңде һөйләргә лә, күңел йыуанысы алырға ла мөмкин. Күптәребеҙ күңелендә урғылған хис-тойғоларын да шунда теркәй.Тиҫтерҙәрегеҙҙең көндәлектәренән юлдарҙы һеҙ ҙә уҡып ҡарағыҙ әле.

Ғашиҡтар көндәлеге
Ғашиҡтар көндәлеге

*****

Ул күптән түгел беҙҙең синыфҡа икенсе ҡаланан күсеп килде. Башта үҙенең яҡшы холҡо, барыһы менән дә итәғәтле һөйләшеүе, өҫ-башын һәр ваҡыт тәртиптә, ҡарап йөрөтөүе менән оҡшаны. Республика көнөнә арналған концертта өҙҙөрөп бейеүен күргәс, үҙенә тыныс ҡына ҡарай алмауымды аңланым. Хәҙер ул миңә һүҙ ҡушһа, оялышымдан ер аҫтына инеп китерҙәй булып ҡыҙарам. Шул уҡ мәлдә үҙемде донъялағы иң бәхетле ҡыҙ итеп тоям. Уның алдында оятҡа ҡалмайым, уҡытыусы һораһа, ыҡ-мыҡ итеп тормайым тип, өйгә эштәрҙе ентекләп әҙерләйем. Синыфта ятланасаҡ шиғыр­ҙар­ҙы көҙгө алдына баҫып һөйләп ҡарайым. Был үҙгәреш әсәйемә лә, уҡытыусыларыма ла оҡшаны. Әсәйемде күргән һайын: «Алина быйыл етди ҡыҙға әйләнде», – тип маҡтап ҡына торалар.

Алина, 14 йәш.

 

*****

Бейеү түңәрәгендә парлы бейеү ҡуйған саҡта беҙҙе бергә баҫтырғандар ине. Шунан бирле мине, әйтерһең дә, алмаштырып ҡуйҙылар. Әллә матур итеп йылмайыуы, әллә үҙенән аңҡып торған тәмле еҫ мине магниттай тартып ҡына тора. Уны тағы бер күрер өсөн тәнәфес еткәнен гел генә түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Ҡайһы саҡта дәрестә уның тураһында уйлап, уҡытыусының нимә һөйләгәнен дә аңламай ҡалам. Кәүҙәм бында, ә уйҙарым менән үҙемдең әллә ҡайҙа йөрөгәнемде синыфташтар ҙа һиҙә. Ҡайһы саҡта тоталар ҙа һорау бирәләр. Шулай йыш ҡына уңай­һыҙ хәлгә ҡалып, дәрестә уҡыу тураһында ғына уйлаясаҡ­мын, тип үҙемә әллә нисәмә тап­ҡыр һүҙ биргәнем дә бар. Тик хис­тәре­мә баш була алма­йым. Ә Гөлгөнәнең үҙен күрһәм, телем көрмәлеп, әйтер һүҙемде әйтә алмай ҡалам, йөрәгем атылып сығырҙай булып ти­бә башлай. Мөхәббәт батыр­ҙан – бахыр, бахырҙан батыр яһай, тигәндәре дөрөҫ икән.

Фәнис, 16 йәш.

 

*****

Көҙгө алдында урала башлаһам, әсәйем: «Ҡыҙымдың танауына еҫ керҙе», – тип шаярта башлай. Әллә ағайымдың дуҫы Йософты оҡшатып йөрөүемде һиҙә инде? Ул беҙгә килһә тип, өйҙә лә өҫ-башымды бөхтә итеп йөрөтөргә тырышам хәҙер. Йортто ла тәртиптә тота башланым. Әсәйемдең әйткәнен көтөп тормайынса саң һөртәм, иҙән йыуып алам. Гөлдәр үҫтереү менән дә мауыға башланым. Йософҡа үҙемдең уңған ҡыҙ икәнлегемде күрһәткем килә.

Гөлнур, 13 йәш.

*****

Шағир булһам, үҙеңә арнап шиғырҙар яҙыр инем. Моңом булһа, һин йәшәгән йорт янына барып мөхәббәт тураһында йырҙар йырлар инем. Рәссам булһам, һинең һылыулығыңа һоҡланып ҡарай-ҡарай, ҡыл­ҡәләм менән һүрәтеңде мәңгеләштерер инем. Һиңә бул­ған сикһеҙ һөйөүемде нисек кенә белдерәйем икән, Айһылыу?!

Мирас, 17 йәш.

*****

Апайым: «Ҡыҙҙар егеттәр артынан йүгереп йөрөргә тейеш түгел», – тип электән ғорур булырға өйрәтеп килде. Минән ике синыфҡа юғары уҡыған Наилды оҡшатып йөрөүемде белгәс тә: «Үҙеңде һәр ваҡыт итәғәтле итеп тот. Күрһәң, йылмай. Әммә иғтибарҙы үҙемә йәлеп итәм тип, шарҡылдап, хахылдап көлмә. Оятҡа ҡалырһың. Үҙемә ҡаратам, тип буяҡҡа батып йөрөү ҙә һинең файҙаға түгел. Үҙеңде биш-ун йәшкә олоғайтып күр­һәтерһең. Сәсең һәр ваҡыт йә үрелгән, йә йыйнаулы булһын. Ҡойолоп, туҙышып йөрөгән сәсле ҡыҙҙар берәүгә лә оҡшамағанын иҫеңдән сығарма. Һинең йәшеңдә бит тиреһен туҡландырыусы, йомшар­тыусы крем менән иренеңә шундай уҡ помада ла етә. Биҙәнгән ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур, тигәндәрен бер ваҡытта ла онотма», – тип әйләнгән һайын кәңәштәрен биреп кенә тора. Уның әйткәндәренә ҡолаҡ һалырға тырышам да ул, тик Наилдың йөрәгенә табан һаман юл ғына һала алмайым.


Эльвина, 15 йәш.

*****

Каникулдың һуңғы көндәрендә Түбәнге һәм Юғары ос урам егеттәре араһында футбол ярышы булған ине. Мин ҡустымдар өсөн «ауырырға» барҙым. Тик ситтән уларҙы ҡеүәтләп, ҡысҡырып, сәпәкәйләп ултырырға тура килмәне. Ҡапҡасы Радмир ярыш алдынан күнекмәләр эшләгәндә яңылыш баҫып, аяғын ҡаймыҡтырҙы. Унһыҙ ниндәй футбол ярышы булһын инде?! Хәҙер ҡайҙан ҡапҡасы табыр­ға? Бер мәл барыһының да күҙе миңә төбәлгәнен тойоп, телһеҙ ҡалдым. «Бар ышанысыбыҙ һиндә генә», – тип мөлдөрәшеп ҡарай ине улар. Быға тиклем күнекмәләр ваҡытында йыш ҡына уларға ҡушылып мин дә уйнай торғайным. «Юҡҡа малай булып тыума­ған­һың, һинән шәп футболсы сығыр ине», – тип шаяртып та алалар ине. Бына шулай көтмәгәндә миңә лә урамыбыҙҙың данын яҡларға тура килде. 5:3 иҫәбенә еңгәс, шатлығыбыҙҙың сиге булманы. Ҡайтыр алдынан ҡаршы командала уйнаған Айсыуаҡ: «Бындай шәп футболсы ҡыҙҙарҙы күргәнем юҡ ине», – тип маҡтап, ҡулымдан тотоп алды. Һуңынан мәктәптә лә күргән һайын: «Сәләм, футболсы һылыуҡай!» – тип сәләм биреп уҙыр булды. Ә бөгөн иртәгә мәктәптә юғары синыф уҡыусылары өсөн ойошторолған дискотекаға саҡырҙы. «Кил, йәме. Мин һинең менән генә бейергә киләм», – ти. Үҙе шаяртып, күҙ ҡыҫа.


Гөлназ, 16 йәш.

*****

Виртуаль мөхәббәт бар бит ул, тиһәләр, элек күҙгә күренмәгән ҡапҡанға эләккән кешеләргә көлөп ҡарай инем. Көлә етә, артынан килә етә, тигәндәре шулдыр. Илдар менән беҙ ҙә интернет аша таныштыҡ. Бер нисә көн һәр бер фотоһүрәтемә, сәхифәмдәге һәр яҙмаға «лайк»тар ҡуй­ҙы ла бер көндө: «Сәләм, һылыуҡай!» – тип танышырға теләге барлығын белдергән смс-хәбәр ебәрҙе. Өс ай эсендә беҙ бер-беребеҙ тураһында энәһенән ебенә тиклем белеп бөттөк тигәндәй. Кем ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнә, ниндәй жанрҙағы фильм ҡарай, ниндәй миҙгелде үҙ итә, ниндәй музыка тыңлай... Ҡай­һы бер ваҡыт атай-әсәйем дә белмәгән серҙәрем менән бүлештем, теге йәки был ваҡиғаға бәйле булған уйҙарымды уға яҙҙым. Илдар ата-әсәһенең отпускыһы башланыу менән беҙҙең ҡалаға бер нисә көнгә ҡунаҡҡа килеүҙәре тураһында, шунда осрашырға теләге барлығы хаҡында әйтте. Мин үҙебеҙҙәге ниндәй иҫтәлекле урындар бар, үҙен шунда алып барырға, икәүләшеп иҫтәлеккә фотоларға төшөргә хыялландым.
Тик танышым килергә ике көн ҡалғас, уға яҙып та, сәхифәһенә инеп ҡарап та булманы. Етмәһә, мине «ҡара исемлек»кә индергән ине. Бары тик әхирәтемә әйтеп, уның социаль селтәрҙәге битләүе аша ғына интернет мөхәббәтемде ҡарай алдым да... Шаҡ ҡаттым! Уның беҙҙең ҡалала ҡунаҡта булыуы, шунда һөйгән ҡыҙы менән осрашыуы тураһында яҙылған, икеһенең фотолары ҡуйылған ине. Әхирәтем янында илап ебәрмәҫ өсөн ирендәремде ҡанат­ҡансы тешләнем. Ярай ҙа ул миндәге үҙгәреште күреп, артығын һорашып, төпсөнөп торманы.
Экрандың теге яғындағы кешене «ҡара исемлек»кә ҡуйып, дуҫлыҡтан юйып ташлаһаң да, яратып өлгөрһәң, уны тиҙ генә онотоуы еңел түгел икән. Ҡыйын булһа ла, үҙемде ҡулға алырға, бының өсөн минең хәлдә ҡал­ғандарға психологтар биргән кәңәштәрҙе үтәргә тырышам. Интернетҡа мөмкин тиклем әҙерәк инәм. Үҙем яратҡан шө­ғөлгә – сигеү эшенә ҡабаттан ныҡлап тотондом. Дуҫтарым менән йәнле арала­шыу­ға өҫтөнлөк бирәм... Ысынлап та, ярҙам итә икән.

Әминә, 15 йәш.

 

*****

Әлфиәне әсәйемә оҡша­там. Ул мөләйем, сабыр тәбиғәт­ле. Бер ваҡытта ла тик тор­май. Эшкә әрһеҙ, кемгәлер ярҙам итә. Егеттәр әсәйҙәренә, ә ҡыҙ­ҙар атайҙарына оҡ­ша­ған кешене ярата, тигәндә­ре дөрөҫмө икән әллә? Хыял­дарыбыҙ ҙа бер иш. Имтихандарҙы уңышлы тапшырғас, Өфөлә уҡыясаҡбыҙ. Әлфиә, уҡытыу­сы булам, ти. Мин табип һөнәрен үҙләштерергә йы­йынам. Әле икебеҙ ҙә башкөллө сумып, БДИ-ға әҙерләнәбеҙ. Мин Әлфиәгә математиканан ярҙам итәм, ул урыҫ теленән инша яҙырға өйрәтә.

Данир, 17 йәш.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: