+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яратһам да...

  

Яраланған ярһыу йөрәккәйем

Саҡ уңалып барған сағында,

Яндарымдан үттең, үткәндәрҙең

Барыһын хәтерләтеп тағын да.

 

Тик бел, сыҡма юлдарыма, тиеп

Һис тә үтенептер һорамам.

Яратһам да, ғорурлығым еңеп,

Күҙҙәреңә наҙлап ҡарамам.

 

Хыянатың өттө күңелемде,

Ғәфү итәһем юҡ ғүмергә.

Һөйөү усағыбыҙ янып бөтөп,

Әйләнгән бит инде күмергә.

 

ҺОМАЙ.

Фото:ytimg.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: