+15 °С
Облачно
VKOKTelegram

Хыялымдағы егет

Төшөмә инеп аҙаплай

Хыялымдағы егетХыялымдағы егет
Хыялымдағы егет

Хыялымдағы егет.
Шундай шаян, шуҡ үҙе,
Өндә тик булмай күреп.

Киң күңеле, көләс йөҙө
Әсир итте шул мине.
Ә күҙҙәре фәрештәнең
Күҙҙәренә тиң ине.

Ҡайҙа һин, батырым, тиеп
Уянып һөрән һалам.
Ләкин төш икәнен белгәс,
Тамам һағышҡа ҡалам.

Табылыр әле батырым,
Өмөтөмдө өҙмәйем.
Сабыр төбө – һары алтын,
Түҙем генә көтәйем.

ТАҢСУЛПАН.

Фото: wallbox.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас