+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Онотолмай беренсе саф мөхәббәт

Өйрөлөп-бейеп ҡарҙар яуа. Әйтерһең дә, күктән ергә аҡ нур һибелә. Тәүге ҡарға эҙҙәремде һалып, яңғыҙым ғына атлап киләм. Серле йондоҙҙар юл күрһәтергә теләгәндәй, күҙ ҡыҫышып емелдәшә, Ай ҙа йылмайып ҡарай. Их, күңелемдә ниндәй хистәр тулышҡанын, йөрәгемдең һағыштан янып барғанын белмәй шул улар... Уйҙарым менән үткәндәргә әйләнеп ҡайтам.

Онотолмай беренсе саф мөхәббәт
Онотолмай беренсе саф мөхәббәт

Тап әлегеләй әкиәттәге кеүек илаһи матур төн ине. Ябалаҡлап тәүге ҡар бөртөктәре ергә түшәлгәндә ошо юлдан яңғы­ҙым түгел, ә икәүләшеп етәкләшеп үттек. Был бәхетле миҙгелдәр бер генә минутҡа ла хәтеремдән сыҡмай, һаман да күңелемде йылыта.
Бәхет бишегендә тирбәлгән ғашиҡ йәндәр инек бит беҙ ул саҡта. Һөйөү менән мөлдөрәмә тулған ҡараштар, наҙлы һүҙҙәр, йылы ҡосаҡ... Тәү күреүҙән бер-беребеҙгә ғашиҡ булып, беренсе тапҡыр мөхәббәт хистәренә сорналған саҡтар...
Һин беҙҙең ауылда йәшәгән туғандарыңа ҡунаҡҡа килгәйнең. Ике туған ағайың, синыфташым, таныштырҙы беҙҙе. Бер һирпелеп ҡарауың булды, йөрәгемде йәшен уты телеп үттеме ни?! Шундуҡ оҡшаттым үҙеңде. Һин дә быны һиҙгәндәй, артымдан бер тотам да ҡалманың. Шаян һүҙҙәр һөйләп, көлдөрөп, иғтибарымды үҙеңә йәлеп итергә тырыштың. Ә аҙаҡтан өйөмә тиклем оҙата килдең. Тап бөгөнгөләй өйрөлөп-бейеп ап-аҡ ҡарҙар яуа ине. Быны үҙемсә бәхеткә, хистәрҙең сафлығына юраным. Үҙ ауылыңа ҡайтып киткәс тә бәйләнеш өҙөлмәне. Телефондан яҙышып, сәғәттәр буйы һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй ине. Форсаты килеп сыҡҡан һайын осрашып торҙоҡ. Мөхәббәт утында янып, ҡанатланып йөрөүемде эргә-тирәләгеләр ҙә һиҙмәне түгел. Ғашиҡ булыуҙы, күрәһең, йөрәктә йәшереп һаҡлап ҡына булмайҙыр. Диңгеҙ тулҡындары кеүек ярһып тор­ған хистәр үҙҙәрен әллә ҡайҙан һиҙҙерәлер.
Бер-бер артлы көндәр үтә торҙо. Ҡыштарҙы яҙҙар алыштырҙы, уның артынан күкрәп йәйҙәр килде. Тап шул миҙгелдә һөйөү менән тулған йөрәктәребеҙҙе ғазапҡа һалып, тормошҡа ашмаған әллә күпме яҡты хыялдарыбыҙҙы селпәрәмә килтереп, аралар өҙөлдө. Кеше һүҙе айырҙы беҙҙе... Сит-яттарға ышандың... Мине тыңларға ла теләмәнең... Йөрәгемә бысаҡ ҡаҙағандай, нахаҡҡа рәнйетеп, ташлап киттең... Юҡ, мин һине бөтөнләй ҙә ғәйепләмәйем. Киреһенсә, мөхәббәт бүләк иткәнең, саф хистәрҙең ниндәй булыуын аңларға, яратырға өйрәткәнең өсөн рәхмәтлемен. Бергә булған бәхетле саҡтарҙы уйлаған һайын күҙҙәремә йәштәр төйөлһә лә, һағыныуҙан шартлар сиккә еткәндә лә, һиңә бары тик бәхет кенә теләйем. Ҡайһы саҡта хәлеңде белергә уҡталып, телефондан таныш һандарҙы йыям. Тик шылтыратырға ҡыйыу­лы­ғым ғына етмәй.
Ваҡыт үтеү менән һөйөүем дә һүрелер, ярһыуҙарым да баҫылыр, әммә әлегә миңә һинең турала уйлауы еңеллек бирә кеүек. Дөрөҫөн әйткәндә, бының өсөн сәбәбе табылып ҡына тора, бөтә нәмә һине иҫләткәндәй. Хатта тәүге ҡар ҙа беҙҙең ҡасандыр бергә булған саҡтарҙы һөйләй төҫлө. Ә ҡар бөртөктәре, гүйә, һаман да бәхет, саф һөйөү теләп ергә һибелә.
...Тик был юлы һин генә эргәмдә юҡһың. Ап-аҡ йомшаҡ балаҫҡа эҙҙәремде ҡалдырып, яңғыҙым ғына атлап киләм. Әлдә генә уйҙарым мине ташламай, йөрәгемде дөпөлдәткән һөйөүем дә күңелемде һаман йылыта, йәшәргә көс бирә. Онотолмай беренсе саф мөхәббәт, тигәндәре, күрәһең, шул булалыр.

АЛТЫНАЙ.
Дыуан районы.

Фото: freewallpaper

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: