-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яҙмыш беҙҙе осраштырған

Ап-аҡ ҡарҙар булып ергә,

Гүйә, һибелә һөйөү.

Саф хистәреңә сорналдым,

Килмәһен янып-көйөү.

  

Яҙмыш беҙҙе осраштырған

Бәхетле булыу өсөн.

Тәү күреүҙән ғашиҡ иттең,

Аңланым һөйөү көсөн.

  

«Яратам» тигән һүҙҙәрең

Ҡанатлы ҡоштай итә.

Наҙлы, йылы ҡараштарың

Күңелемде иретә.

  

...Мөхәббәтебеҙ оҡшаған

Дөрләп янған усаҡҡа.

Ҡар бөртөктәрен күҙәтәм,

Һинең йылы ҡосаҡта...

 

 

АҠЙОНДОҘ.

Фото: magecam.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: