+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәткә арбау кәрәкме?

 

Мөхәббәткә арбау кәрәкме?

Сихырланған йөрәк - йөрәкме,

Им-том аша бәхет килерме,

Ҡаты бәғер боҙҙай ирерме?

 

Яуап берәү: юҡ, был мөмкин түгел,

Һөйөү сыҡһын күңел түренән.

Шул саҡ хистәр бәхет тауҙарының

Илтер иң-иң бейек үренә.

 

Мөхәббәттең сихри тылсымынан

Нурланып та китер бар ғаләм.

Ал таңдарҙа һөйгәнеңдән елдәр

Килтерерҙәр һиңә күп сәләм.

 

Зарина БАҒЫШАЕВА.

Фото: pxhere.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: