+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөғжизә бар ул!

Мәктәптәге Шыршы байрамына Ҡар­һылыу итеп ҡуйҙылар. Тәүҙә ҡаршы булғайным да, бер синыфҡа юғары уҡыған Ирхан Ҡыш бабай була тигәс, ризалаштым. 

Мөғжизә бар ул!
Мөғжизә бар ул!

Күптән оҡшатып йөрөйөм үҙен. Бергә булырға, аралашырға шәп сәбәп сығырға тора бит! Бындай бәхет көн дә эләкмәй!Үҙен күрһәм, оялып китәм, әлбиттә. Ә ул, һәр ваҡыттағыса, шаярып һөйләшә, хатта «Бәйләнештә»ге фотоларыма һәр саҡ «лайк» ҡуйып бара. Әллә ул да оҡшатамы икән, тип уйлап ҡуям. Улай тиһәң, башҡа ҡыҙҙар менән дә матур аралаша бит. Яратһа, моғайын, хистәрен йәшереп йөрөмәҫ ине.
Мәктәптең иң шәп егете ул Ирхан! Әллә күпме ҡыҙҙарҙың йөрәктәрен яндыралыр әле. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы хаҡында ишетелмәй былай. Бәлки, минең кеүек берәйһен эстән генә өҙөлөп һөйәлер ҙә. Кем белә инде...
Ҡарһылыу булырға ризалашыуым да тик уның өсөн генә бит инде. Репетициялар башланғас, бәхетемдән атлап түгел, осоп ҡына йөрөнөм. Ул да мине күрһә, ҡыуанып киткәндәй була. Әллә үҙемә генә шулай тойолдомо икән? Юлда осраһа:
– Сәләм, Ҡарһылыуым! – тип шаяртып һүҙ ҡуша үҙе. Унан был һүҙҙәрҙе ишетеү шул тиклем рәхәт. Күңелем ҡанатланып китә.
Байрам көнө лә етте. Ныҡлы әҙерләнһәк тә, сәхнәлә һүҙҙәремде онотоп ҡуймаһам ярар ине, тип бик борсолдом. Быға тиклем йыш ҡына байрам сараларын алып барғаным булһа ла, быныһы нисектер иң тулҡынландыр­ғыс, иң мөһим сара кеүек тойолдо. Әммә көйәләнеүҙәрем бушҡа ғына булған икән.
Шыршы янында Яңы йыл әкиәтен күрһәттек. Барыһы ла ролдәрен оҫта башҡарҙы. Әллә Ҡыш бабайҙың эргәмдә булыуы көс бирҙе, тулҡынланыуымды берәү ҙә һиҙмәне. Матур итеп сығыш яһап, тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итеп, хушлашып сәхнә артына сыҡтыҡ.
– Булдырҙыҡ! Беҙ маладис! – тип ҡыуанысымдан Ирханды үҙем дә һиҙмәҫтән ҡосаҡлап алдым. Ул да, ошоно ғына көтөп торғандай, мине үҙенә нығыраҡ ҡыҫып:
– Һин бит шәп Ҡарһылыу, Айзилә! Үҙеңде күптән оҡшатам! Улай ғына ла түгел, яратам мин һине! Ишетәһеңме? Я-ра-там! – тип ҡолағыма шыбырланы.
Ирхандан бындай һүҙҙәрҙе ишетермен, тип уйламағайным. Шуға аптырауҙан ҡолап китә яҙҙым. Быны хатта ул да һиҙҙе шикелле:
– Мин һиңә бөтөнләй генә лә оҡшамайыммы ни? Һөйөүөмде кире ҡаҡма, зинһар! – тип тулҡынланып күҙҙәремә ҡараны.
– Оҡшайһың! Ныҡ оҡшайһың! Был һүҙҙәрҙе күптән ишетергә теләгән инем! – тип оялып ҡына яуапланым. Шуны ғына көткәндәй, Ирхан мине күтәреп үк алды һәм өйрөлә башланы. Ә ирендәре бер туҡтауһыҙ:
– Ҡарһылыуым минең! Мин – иң бәхетле кеше! – тигән һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Был минуттарҙа икебеҙгә лә шул тиклем рәхәт ине. Әйтерһең дә, яҡты донъяла беҙҙән башҡа бер кеше лә юҡ! Бары тик ул һәм мин генә!
Ярай әле, бәхеткә күрә, бер-береһенә һөйөүҙә аңлашҡан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы башҡалар күрмәне. Биллаһи, көлкөгә ҡала инек.
Байрам концертын күңелле дискотека алыштырҙы. Бында инде беҙ бөтөнләй айырылманыҡ. Рәхәтләнеп бейенек, күңел астыҡ. Әхирәттәрем генә аптырауға ҡалды.
– Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың мөхәббәте ҡасан башланды ул? – тип көлөштөләр.
Ә беҙгә барыбер ине. Иң мөһиме, хәҙер беҙ бергә, бәхетлебеҙ. Эстән генә Яңы йыл бүләге яһаған Хоҙайыма рәхмәттәр уҡыным.
Ҡайтырға сыҡҡас, Ирхан:
– Айзилә, һин мөғжизәгә ышанаһыңмы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Эйе, бар ул! Мөғжизәгә бары тик ышана белергә генә кәрәк! – тип яуап­ланым.
Былтыр Яңы йыл алдынан теләктәремде кәнфит ҡағыҙына төрөп, шыршыбыҙға элгәнемде, әлбиттә, Ирханға һөйләмәнем. Бер йыл тигәндә, был матур хыялым тормошҡа ашып, ҡулымдан етәкләп атлап килә бит! Ошо үҙе мөғжизә түгелме ни?!
Ә был ваҡытта күктә йөҙгән ай юлыбыҙҙы яҡтыртып, йондоҙ-ҡарҙар беҙгә бәхет теләгәндәй, өйрөлөп-өйрөлөп ергә һибелә ине...

АЙЗИЛӘ.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: