+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

2023 йылға мөхәббәт йондоҙнамәһе

Ҡуҙылар киләһе йылда иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Мөхәббәт белдереүселәр артыр. Яңы йыл яңы танышыуҙар ҙа вәғәҙәләй. Йәйгеһен уянған һөйөү хистәре оло мөхәббәткә әүерелеүе ихтимал.

2023 йылға мөхәббәт йондоҙнамәһе
2023 йылға мөхәббәт йондоҙнамәһе

Буғалар өсөн 2023 йылдың башынан мөхәббәт өлкәһендә ауырлыҡтар осрар. Күптәнге парҙарығыҙ менән айырылышыу ҙа янай. Уйламаған кешеләр һөйөүен белдерәсәк. Тик көҙ уртаһы ғына һеҙгә романтика вәғәҙә итә.
Яңғыҙ булған игеҙәктәр Ҡуян йылында парҙарын табыр. Ә парлыларҙың һөйөүе тағы ла нығыныр. Йәйгеһен арағыҙға кереүселәр ҙә осрар. Кеше һүҙенә иғтибар итмәһәгеҙ, мөхәббәтегеҙ һынауҙы үтте, тигән һүҙ. Ноябрь айы көтөлмәгән яңылыҡтар алып киләсәк.
Ҡыҫалалар өсөн йыл башы мөхәббәт өлкәһендә уңышлы башланыр. Яңы танышыуҙар, осрашыуҙар күп булыр. Әммә быларҙы ысын һөйөү менән бутай күрмәгеҙ. Барыһы ла ваҡытлыса ғына буласаҡ. Тик көҙөн генә юлығыҙҙа тап һеҙҙең бәхет осрар. Уның һөйөүен яулау еңел генә бирелмәһә лә, бергә булырһығыҙ.
Арыҫландарға Ҡуян йылында ҡыйыуыраҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Ваҡытында борсоған һорауҙарығыҙҙы, хистәрегеҙҙе белдермәһәгеҙ, яңғыҙ ҡалыуығыҙ ҙа бар. Йәйен дуҫтар менән ял итеүҙән, күңел асыу­ҙан баш тартмағыҙ. Тап ошо осорҙа тыуған мөхәббәт ғүмерлек булырға мөмкин.
Ҡыҙҙар элекке таныштары, тәүге мөхәббәттәре менән яңынан ҡауышыуҙары ихтимал. Әммә былар яҡшыға алып килмәйәсәк. Киләсәгегеҙҙе уйлағыҙ, эргә-тирәгеҙгә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Һеҙҙең бәхет янығыҙҙа ғына йөрөүе мөмкин. Мөхәббәт өлкәһендә иң уңышлы осор август – октябрь айҙарында көтөлә.
Үлсәүҙәр йыл башланыу менән ғашиҡ булыуҙары мөмкин. Әгәр ҙә һөйгән йәрегеҙ бар икән, ҡыш айҙарында арағыҙҙы бутаусылар табылыр. Яҙын икенсе яртыларын осратҡан үлсәүҙәр­ҙең бәхете ғүмерле булыр. Әммә үҙеңде ҡулға алырға, ваҡыты-ваҡыты менән әйтер һүҙеңде әйтмәй, тыйылып ҡалырға кәңәш ителә. Был һеҙҙең мөхәббәтте һаҡлап ҡалыр өсөн кәрәк.
Саяндар. Февраль айындағы танышыуҙарығыҙ осраҡлы ғына булмаҫ, мөхәббәткә әүерелеүе бар. Әммә бер-берегеҙҙе тыңларға өйрәнмәһәгеҙ, юлдарығыҙ айырылыр. Йәй – һеҙҙең өсөн романтик осор. Бәхет диңгеҙендә йөҙөрһөгөҙ. Тик йыл аҙағында ташлашыуҙар булыуы ла ихтимал.
Уҡсылар өсөн иң өмөтлө мәл көтөлә. Ҡуян йылы яңы танышыуҙар, һөйөү алып килер. Әгәр ҙә парығыҙ булһа, бер-берегеҙгә иғтибарҙы нығыраҡ бүлергә тырышығыҙ, кеше һүҙенә ышанмағыҙ. Арағыҙға төшөп ҡуймаһындар. Йыл аҙағында уйламаған кеше һөйөүен белдереүе мөмкин.
Кәзәмөгөҙҙәр өсөн яңы йыл айырылышыуҙарҙан башланасаҡ. Ҡай­ғырмағыҙ. Барыһы ла ваҡытлыса ғына. Яңынан ҡауышырһығыҙ. Ҡыш аҙағы, яҙ башы һеҙгә бәхет вәғәҙә итә. Ә бына йыл аҙағында күптәнге хыялығыҙ ысынға әйләнер.
Парлы һыуғоярҙар йыл башынан һөйгәндәре тарафынан иғтибарһыҙлыҡ тойор. Был хаҡта һүҙ ҡуҙғатыу – иреш-талашҡа, хатта ташлашыуҙарға килтереүе бар. Яҙ миҙгеле лә хистәрегеҙ өсөн һыналыш осоро булыр. Әммә йылдың икенсе яртыһы яҡшы килер. Күңелегеҙ тынысланыр, һөйөүөгеҙ сәскә атыр.
Балыҡтар өсөн ғинуар айынан ауырлыҡтар башланыуы бар. Әммә арҡа терәр һөйгәнегеҙ булғанда барыһын да уңышлы үтеп сығырһығыҙ. Апрель айында башланған мөхәббәт оҙаҡҡа бармаҫ. Ә бына йәй аҙағы мөхәббәтле булмаҡсы.

Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА.

Фото: userapi.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: