+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һөйөү килде

АҠЙОНДОҘ

Һөйөү килде
Һөйөү килде

Аҡ ҡар менән йөрәгемә

Һөйөү килде.

Моңло ғына күңелемде

Хискә күмде.

 

Яратыуҙан нур бөркөлә

Күҙҙәремдән.

Күккә осҡан төҫлө булам

Һүҙҙәреңдән.

 

Ҡар бөртөгө ирей уста,

Оҙаҡ тормай.

Һөйөү-шишмә гөрләп аҡһын

Мәңге тынмай.

 

Бәхет бишегендә генә

Бәүеләйек,

Бер-беребеҙҙе яратайыҡ,

Ҡәҙерләйек!


АҠЙОНДОҘ.

Фото: joinfo.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: