+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Нимә ул мөхәббәт?

Был һорауға аныҡ ҡына яуап биреп булмай, һәр кем үҙенсә аңлай уны. Ләкин үҙемдең уйлағандарымды һеҙгә аңлатып ҡарайым әле.

Нимә ул мөхәббәт?
Нимә ул мөхәббәт?

Мөхәббәт, минеңсә, ул изге, яғымлы хис. Уны еңел хис тип әй­теп булмай, сөнки әллә күпме түҙемлек, сабырлыҡ талап итә. Ә бит һөйөүҙең яуапһыҙ булыуы ла мөмкин. Һин яратаһың, ул юҡ.
Мөхәббәтте яулап алыуы еңел түгел, уны һаҡлай белмәһәң, юғалтып ҡуйыуың да бар.
Кеше үҙ яртыһын тапһа ғына ысын мәғәнәһендә бәхетле була ала.
Мөхәббәт тойғоһон мин дә татыным. Яңыраҡ бер-беребеҙгә хистәребеҙҙе еткерҙек.
Тойғоларҙы саф көйөнсә һаҡлай белергә лә кәрәк. Оҙаҡ дуҫлашып, бер-береһенә өйрәнгәндәр өйләнешәләр, мөхәббәттәре саф булһа, ул – ғүмерлеккә. Әммә хәҙер бик ашығалар, бер-береһен белеп бөтмәйенсә яҡын мөнәсәбәттәргә инәләр, бик иртә өйләнешергә мәжбүр булалар. Шул арҡала айырылышыуҙар ҙа бик күп. Балалар атай­һыҙ үҫә.
Былар менән нимә әйткем килә? Хистәрһеҙ тормоштоң йәме лә, йәшәүҙең ҡыҙығы ла булмаҫ ине. Шуға күрә йөрәгегеҙ түрендә тыуған хистәрегеҙҙе таҙа килеш һаҡларға өйрәнергә кәрәк.

ТӨНҺЫЛЫУ.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: