+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бәхет икән

Бәхет икән
Бәхет икән

Бәхет икән йән һөйгәнең
Янда булһа,
Ҡарашынан күңелкәйең
Нурға тулһа.
Бәхет икән «Яратам!» тип
Өндәшеүе,
Йондоҙҙарҙың хатта беҙҙҙән
Көнләшеүе.
Бәхет икән мөхәббәттең
Тәмен татыу,
Берең өсөн берең янып,
Йәндәр атыу.
Бәхеттәрҙең үҙе икән
Ҡосағың.
Һүрелтмәйек һөйөүебеҙ
Усағын.

АҠЙОНДОҘ.

Фото: fonstola.ru

 

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: