+23 °С
Дождь
VKOKМакс

Һөйөү йондоҙо ҡалҡһа!

Зәңгәр күҙле бер һылыуҡай

Һөйөү йондоҙо ҡалҡһа!Һөйөү йондоҙо ҡалҡһа!
Һөйөү йондоҙо ҡалҡһа!

Зәңгәр күҙле бер һылыуҡай

Ғашиҡ итте үҙенә.

Йөрәккәйем, эй, талпына,

Ярһыуына түҙ генә!

 

Уның серле йылмайыуы

Сыҡмай бер иҫтәремдән.

Уйҙарымда гел бергәбеҙ –

Иртәһен, кистәрен дә.

 

Исеме лә наҙлы ғына,

Үҙе лә бик яғымлы.

Саф хистәремде белдерһәм,

Ҡабул итеп алырмы?

 

Күңелкәйем яраланыр,

Әгәр ҙә кире ҡаҡһа.

Иң бәхетле булырмын мин,

Һөйөү йондоҙо ҡалҡһа!

Азат ХАННАНОВ.
Б. ҡалаһы
.

Фото: stihi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас