Әхирәтем менән күңелле, дуҫ йәшәгән саҡтарҙы һағынам. Ниңә үпкәләүен белмәүем күңелемә тынғылыҡ бирмәй. Төрлөсә уйлап ҡарайым. Бер ай тирәһе элек IX синыфта уҡыған Байрас менән дуҫлаша башлағайныҡ. Әллә шул оҡшаманымы икән, тип тә ҡуям. Улай тиһәң, Байрасты оҡшатып йөрөүемде белә ине, ҡаршы булғанын һиҙҙермәне.
Мәктәп ихатаһында каток бар. Кискеһен күмәкләшеп шунда ваҡыт уҙғарабыҙ. Байрас та килә. Конькиҙа шыуып туйғас, ҡыҙҙар, егеттәр менән ҡарҙа аунап, шаярышып, гөр килеп уйнайбыҙ. Байрас гел янымда урала башлағас, күңелем ниҙер һиҙенгән кеүек ине. Яңылышмағанмын. Бер көндө, икенсе яҡта йәшәһә лә, әйҙәгеҙ, һеҙҙе оҙата барам, бергә күңеллерәк булыр, тип Диана менән икебеҙҙе ҡултыҡлап алды. Беҙ ни ҡаршы булманыҡ. Һөйләшеп-көлөшөп ҡайттыҡ. Ә йоҡларға ятыр алдынан ватсаптан Байрас яҙа башламаһынмы?! Күптән оҡшатып йөрөгән икән, хистәрен белдерергә ҡыйыулығы ғына етмәгән. Быны белгәс, ныҡ ҡыуандым. Үҙемә лә оҡшай бит ул! Был хаҡта, әлбиттә, бер һүҙ ҙә өндәшмәнем. Матур ғына итеп аралаштыҡ, Байрас дуҫлыҡ тәҡдим итте. Төн уртаһына тиклем яҙышҡанбыҙҙыр. Йоҡо ҡайғыһы бөтөнләй булманы. Үҙемде күктең етенсе ҡатына күтәрелгәндәй тойҙом. Шатлығым эсемә һыйманы. Шуға төн булыуына ҡарамаҫтан, серемде әхирәтемә лә систем. Ә ул яуап яҙманы. Йоҡлайҙыр инде, тип тәүҙә иғтибар итмәнем.
Диана менән көн дә мәктәпкә бергә барабыҙ. Иртәнсәк ғәҙәттәгесә ваҡытҡа сыҡһам, ул күренмәй. Шылтыратам, алмай. Өйҙәренә ингәйнем, әсәһе ҡыҙының күптән мәктәпкә китеүен әйтте. Әхирәтемдең был ҡылығы мине аптырауға һалды. Күңелем төшөп, яңғыҙым атланым.
Ә ул осрашҡас та һөйләшмәне. Кисәге әхирәтемде алыштырып ҡуйғандармы ни?! Берәй ғәйебем булһа, бер хәл. Эй, ҡыйын инде...
Байрас менән араларыбыҙ эҫенгәндән-эҫенә. Диананың был ҡылығын ул да аңлап етмәй. Аптырап, «Иләҫ-миләҫ»кә яҙырға булдым әле. Бәлки, минең хәлдә ҡалыусылар барҙыр. Байрас өсөн шулай ҡыланһа, миңә нимә эшләргә икән? Башҡа дуҫлашмаҫҡамы әллә әхирәтемдән баш тартырғамы? Икеһе лә берҙәй ҡәҙерле шул. Улай тиһәң, минең бәхетемдән көнләшкән әхирәттең булыуынан булмауы яҡшыраҡ түгелме һуң? Йөрәгем ғазап утында яна...
Зинһар, кәңәш бирегеҙсе, дуҫтар!
ЭЛЬВИНА.
Учалы ҡалаһы.
Фото: uznayvse.ru