+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт юҡ һинһеҙ, минһеҙ...

Мөхәббәт – ул һөйөү балҡышы, утлы йәшен, бәхеттең үҙе, тылсымлы сер, иң татлы хис... Был мәңгелек тойғо хаҡында әйтелмәгән һүҙҙәр ҡалмаған да кеүек. Ә йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр был турала нимә уйлай икән? Уларҙың фекеренсә, нимә ул мөхәббәт? Яратыу тойғоһон кисергәндәре булдымы икән? Әгәр ҙә оҡшамаған кеше һөйөүен белдерә ҡалһа? Ошондай һорауҙар менән республикабыҙҙың төрлө райондарында йәшәгән VIII – XI синыф уҡыусыларына мөрәжәғәт иттем. Әйҙәгеҙ, үҙҙәренә һүҙ бирәйек.

Мөхәббәт юҡ һинһеҙ, минһеҙ...
Мөхәббәт юҡ һинһеҙ, минһеҙ...

Гөлдәниә АЛЛАБИРҘИНА (Бөрйән районы, Тимер ауылы):
– Мөхәббәт – ул иң матур, иң йылы хис. Йөрәктең иң түрендә шытып сыға ла күңелде йылытып йәшәй. Шулай уҡ һине аңлаусы, яҡлаусы кешең булыу ҙа мөхәббәттер, тип уйлайым. Әлегә был тойғоно татығаным булманы. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тигән ҡараштамын. Әгәр ҙә инде оҡшамаған кеше һөйөүен белдерһә, дуҫ булып ҡалырға тәҡдим итәсәкмен.
Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА (Баймаҡ ҡалаһы):
– Мөхәббәт, минеңсә, иң ҡәҙерле сәскә төҫлө. Был илаһи тойғо кешегә йәшәргә, үҫешергә, маҡсаттарға ирешергә көс-дәрт бирә, көндәрҙе тағы ла сағыуыраҡ итә, күңелгә йылылыҡ өҫтәй, үҙеңде кемдеңдер тормошоноң мәғәнәһе икәнеңде аңларға, яратырға, түҙемле булырға өйрәтә.
Һөйөү тойғоһо һәр саҡ минең күңел түремдә. Бар донъяға, кешеләргә, үҙ тормошоңа ғашиҡ булып йәшәү миңә юлдар аса, ҡанатлы итә. Ләкин был хистәр ҡайһылыр саҡта беҙҙең иң изге тойғоларҙы ла селпәрәмә килтереп, йөрәккә яра һалыуы ла бар. Эйе, тормошта бар нәмә лә тик беҙ теләгәнсә генә бармай. Һөйөүеңдең яуапһыҙ булыуы ла мөмкин. Шулай уҡ һин үҙең дә кемдеңдер күктәге йондоҙо, хыялы булыуың бар. Миңә лә берәүгә: «Юҡ», – тип әйтергә тура килде. Ул мәлдә йөрәгемде тыңланым. Был тормошта һине һөйгән кеше менән булығыҙ, тиһәләр ҙә, берәү һине үлеп яратып та, уға ҡарата хистәрең булмаһа, был һынау буласаҡ. Бар мөхәббәттең йәме яратып, яратылып йәшәүҙә бит. Эйе, башта «юҡ» тип әйткәндән һуң ауыр була, бер нисә көн хатта үҙеңде ғәйепле тойоп йөрөүең бар. Ләкин уға ри­залыҡ биреп, һин ул кешене ҡулланған булып сығаһың, иң мөһиме, үҙ-үҙеңде алдап, бәхетле була алмаҫһың.
Айназ БАЙМЫРҘИН (Бөрйән районы, Тимер ауылы):
– Мөхәббәт – йәшәү мәғәнәһе. Ул егет менән ҡыҙ араһында ғына түгел, ә тормошҡа, донъяға, яҡын кешеләреңә ҡарата ла була. Мин, мәҫәлән, әсәйемде ныҡ яратам. Сөнки ул миңә ғүмер биргән, һәр саҡ терәк булып йәшәй. Оҡшаған ҡыҙҙар осраһа ла, ғашиҡ булғаным юҡ әлегә. Ә оҡшамаған кеше яратыуын белдерһә, шунда уҡ: «Юҡ», – тип әйтәсәкмен.
Вәсилә ӘЙҮПОВА (Бөрйән районы, Байназар мәктәбе):
– Минеңсә, мөхәббәт – ул кешелек донъяһындағы иң көслө, иң изге, шулай уҡ күп сабырлыҡ, түҙемлек талап иткән хис. Был тормошто унһыҙ хатта күҙ алдына ла килтереп булмай.
Әлбиттә, үҫмер саҡта һәр кеше үҙенең тәүге мөхәббәтен осрата һәм ул мәңге онотолмай. Мин дә уны таптым, тик беҙгә бергә булыу яҙмағандыр инде. Әле һаман беренсе мөхәббәт хистәренән арына алмай йөрөйөм. Әгәр инде күңелемә ятмаған кеше хистәрен еткерһә, уға икенсе кешене оҡшат­ҡанды белдерер инем. Бәлки, аңлар, тик уның миңә булған һөйөү хистәрен бер нисек тә һүндерә алмайым, күпмелер ваҡыт үткәс йәки икенсе берәйһен осратһа, онотола ул...
Ынйы ЗАКИРОВА (Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһы):
– Кемделер оҡшатыу, уға ҡарата көслө хис-той­ғолар кисереү, янына тартылыу... Минеңсә, был тойғо төрлө йәштә булыуы мөмкин. Үҙем, мәҫәлән, әлегә мөхәббәт утында янырға әҙер түгелмен һымаҡ. Ә инде берәйһе яратыуын белдерһә, ә ул һиңә оҡшамай икән, матур ғына итеп аңлатырға кәрәктер, тип уйлайым. Һис кенә лә кешенең хистәренән көлөргә ярамай.
Миләүшә МӨХӘМӘҘЙӘРОВА (Бөрйән районы, Тимер ауылы):
– Атай-әсәйемде, тыуған еремде яратыу һәм үҫкәс, ғүмер юлымды һөйгәнем менән бәйләү – мөхәббәттең үҙелер. Тәүге тапҡыр балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта ғашиҡ булғайным. Хәҙер быны көлөп кенә хәтерләйем. Ә ысын мөхәббәт уты әлегә ҡағылманы. Әгәр оҡшамаған кеше һөйөүен белдерһә, һин миңә оҡшамайһың, тип кире ҡағасаҡмын. Сөнки йөрәкте алдап йөрөп булмай бит.
Нурлан МӘҒӘСҮМОВ (Әбйәлил районы, Яңы Балапан ауылы):
– Кемделер ныҡ итеп яратыу, оҡшатыу, уның менән бергә булырға теләү мөхәббәт була инде. Ул – ныҡ көслө хис, минеңсә. Үҙем әлегә ысын яратыу тойғоһон кисермәнем. Шуға ла оҡшамаған кеше менән бәйләнеш булдырмаясаҡмын.
Таңсулпан МИҢЛЕЙӘРОВА (Дәүләкән ҡалаһы):
– Мөхәббәт – ул ялҡын кеүек. Әгәр бер тапҡыр ялмап ала икән, тимәк – ғүмерлеккә. Онотоп йәки оноторға тырышып, юйып ташлап ҡына булмай. Әгәр ҙә мөхәббәт яуаплы икән, минеңсә, был – ҙур бәхет. Әле татлы ла, ҡайһы саҡта ғазаплы ла булған тойғоно кисергән мәлем. Егетем менән матур ғына дуҫлашып йөрөйбөҙ. Оҡшамаған егеттең һөйөүен кире ҡағырға ла тура килде, көсләп кешене яратып булмай бит инде.
Урал БАЯЗИТОВ (Бөрйән районы, Тимер ауылы):
– Мөхәббәт – ул ике кешенең бер-береһен өҙөлөп яратыуы. Әлегә ундайҙы осратманым. Шулай ҙа күңелемә ятмаған кеше һөйөүен белдерһә, оҡшамайһың, тип тураһын әйтәсәкмен.

Юлиә КИРӘЕВА әңгәмәләште.

Фото: poembook.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: